Ял көндәрендә Башҡортостанда +16° тиклем йылыта27.03.2026

Ял көндәрендә Башҡортостанда +16° тиклем йылыта

Фото: Ләйсән Закирова | «Башинформ»

Синоптиктар хәбәр итеүенсә, Башҡортостанда йылы һауа торошо фаразлана.

Башгидромет мәғлүмәттәре буйынса, бөгөн, 27 мартта, яуым-төшөм көтөлмәй. Ел көньяҡ-көнсығыштан талғын, көндөҙ көньяҡта көслө. Һауа температураһы көндөҙ +11, +16°.

28 һәм 29 мартта, шәмбе һәм йәкшәмбе, һауа торошо әллә ни үҙгәрмәй. Яуым-төшөм дә көтөлмәй. Ел көнсығыштан талғын, көндөҙ урыны менән көслө. Төндә температура 0, -5° тиклем түбәнәйә, урыны менән +5, көндөҙ һауа +11, +16° ҡәҙәр йылына.

https://www.bashinform.ru/news/social/2026-03-27/v-bashkirii-v-vyhodnye-budet-teplo-do-16-4629127



Вернуться назад