Ун ике эш асылды03.07.2012
Башҡортостанда прокурор тикшереүе барышында банктар тарафынан граждандарҙың хоҡуҡтарын даими боҙоу осраҡтары асыҡланды, тип хәбәр итә республика прокуратураһының матбуғат хеҙмәте.

Етешһеҙлектәрҙең күбеһе клиенттар менән төҙөлгән килешеүҙәргә ҡулланыусыларҙың хоҡуҡтарын боҙған шарттар индереүгә бәйле. Мәҫәлән, банктан алынған кредитты ваҡытынан алда түләү өсөн ҡулаҡсаһыҙ ғына иҫәпләшергә мөмкин. Йыш ҡына банк килешеүҙе бер яҡлы тәртиптә тарҡатыу йә иһә кредит буйынса процент ставкаһын үҙгәртеү, йөкләмәне ваҡытынан алда үтәүҙе талап итеү хоҡуғына эйә.
Клиенттарға өҫтәмә хеҙмәтте көсләп тағыу осраҡтары ла асыҡланды. Кредит килешеүенә ссуда иҫәбен асыу шарттары индерелә, һәм ошо хеҙмәт өсөн өҫтәмә аҡса түләтелә.
Йыл башынан алып прокуратура органдары банк өлкәһендә асыҡланған етешһеҙлектәр буйынса 31 күрһәтмә сығарған һәм административ хоҡуҡ боҙоуҙар тураһында ун ике эш асҡан.
Л. ФӘРИТОВА.


Вернуться назад