Онотмайыҡ батырҙарҙы...03.07.2012
Онотмайыҡ батырҙарҙы...Легендар летчик, Башҡортостандан сыҡҡан берҙән-бер ике тапҡыр Советтар Союзы Геройы Илеш районында тыуған, Өфөләге Еңеү паркында ерләнгән...
Уңайһыҙ булһа ла, танымайынса булмай: баҡтиһәң, ошонан башҡа ҡаһарман яҡташыбыҙ Муса Гәрәев тураһында артыҡ нәмә белмәйбеҙ икән дә. Айырыуса йәш быуын. Эйе, һуғыш тамамланыуға инде етенсе тиҫтә йыл ваҡыт үтеп бара, әммә батырҙарыбыҙ онотолорға тейеш түгел.
Был йәһәттән әлдә музейҙар бар. Республиканың Хәрби Дан музейында Муса Гәрәевтең тыуыуына 90 йыл тулыуға арналған күргәҙмәнең экспонаттары менән танышып йөрөгәндә, башҡа ошондай уйҙар килде. Күргәҙмә бер нисә бүлектән тора: “Муса Гәрәевтең бала сағы”, “Үҫмерлек”, “Бөйөк Ватан һуғышы йылдары”, “Ғаиләһе, ата-әсәһе, хәрби дуҫтары”, “Һуғыштан һуңғы йылдар, ДОСААФ-та эшләүе”, “Осрашыуҙар. Сығыштар. Хәтирәләр”. Фотоһүрәттәр, документтар Республиканың Хәрби Дан музейы, Милли музей, Илеш районының Үрге Йәркәй ауылындағы Муса Гәрәев музейы, Башҡортостан буйынса ДОСААФ бүлексәһе, төрлө архивтарҙан алынған.
Күргәҙмәне асыу тантанаһында батырҙың туғандары һәм дуҫтары, республиканың Мәҙәниәт, Хеҙмәт һәм халыҡты социаль яҡлау министрлыҡтары, Өфө хакимиәте, Хәрби комиссариат, ДОСААФ вәкилдәре, йәштәр һәм ветерандар ҡатнашты.
Фотоларҙан етди, тыныс Герой ҡарай. Ошо аҡлы-ҡаралы һүрәттәр генә лә уның булмышы тураһында күп нәмә һөйләй кеүек. Уларҙы ҡарап, документтар менән танышҡас, легендар осоусы тураһында бик күп яңы мәғлүмәт туплана. Хәйер, быны үҙегеҙ ҙә барып ҡарай алаһығыҙ, музей ишектәре һәр ваҡыт асыҡ. Айырыуса балалар һәм үҫмерҙәрҙе алып барыу кәрәктер унда. Экспозиция Өфө менән генә сикләнмәйәсәк, ул республиканың ҡала һәм райондарында ла ҡуйыласаҡ.
Әлфиә ӘЙҮПОВА


Вернуться назад