Башҡортостанда Социаль фонд бүлексәләрендә өҫтәмә ҡабул итеү көнө уҙғарыла

Социаль фондтың Башҡортостан Республикаһы буйынса бүлексәһе клиенттарҙы өҫтәмә эш көнөндә ҡабул итеү ойоштора. Шәмбе, 28 март, ҡабул итеү көнө тип иғлан ителде. Республикала йәшәүселәр иртәнге 9-сы яртынан көндөҙгө 3-кә тиклем теләһә ниндәй клиент хеҙмәтенә мөрәжәғәт итә ала. Адрестар һәм эш теҙмәһе сайтта баҫылған.
Берҙәм бәйләнеш үҙәге телефоны буйынса алдан яҙылырға ла мөмкин — 8–800–100–00–01. Шылтыратыу бушлай, линияның эш графигы: дүшәмбенән кесаҙнаға тиклем иртәнге сәғәт 9-ҙан киске 6-ға тиклем, йома иртәнге 9-ҙан 5 тула 15 минутҡа ҡәҙәр.