Республикала ишле ғаиләлә алтынсы бала тыуған
Федоровка районында Михайловтар ғаиләһенең алтынсы балаһы – ҡыҙҙары Милана донъяға килгән.
Бәхетле ата-әсә Ригина менән Михаилдың улдары Дмитрий, Матвей, ҡыҙҙары Эмилия, Амелия һәм Каролина үҫеп килә.
Урындағы ЗАГС бүлеге хеҙмәткәрҙәре уларға тантаналы шарттарҙа илдең яңы гражданының беренсе документын – тыуыу тураһында таныҡлығын тапшырған.
Һуңғы мәғлүмәттәр буйынса, бөгөн Башҡортостанда 74 меңдән ашыу ишле ғаилә йәшәй, уларҙа 250 меңдән ашыу бала тәрбиәләнә.
Хәбәр иткәнебеҙсә, 2026 йыл республикала Ҙур һәм татыу ғаилә йылы тип иғлан ителде. «Башинформ» тематик йылдың төп саралары менән таныштырҙы.