Март аҙағында Башҡортостанда аномаль йылы һауа торошо көтөлә24.03.2026

27 марттан 31-нә тиклем республикала көндәрҙең йылыныуы фаразлана.

Фото: Олег Яровиков | «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы

Уртаса һауа температураһының норманан 7-9 градусҡа юғарыраҡ булыуы, ҡарҙың тиҙ иреүе көтөлә. 

Башгидрометүҙәк мәғлүмәттәре буйынса, көндәрҙең иртә йылыныуы тораҡ пункттарҙың түбән участкаларын, түбән урынлашҡан күперҙәрҙе һәм подвалдарҙы һыу баҫыуы ихтимал. Ағиҙел бассейнында йылғаларҙың боҙҙан 7-14 көнгә иртәрәк әрселеүе көтөлә. Дала һәм тау йылғаларында һыу кимәленең күтәрелеүе фаразлана.

Шуға бәйле Рәсәй Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығының Башҡортостан буйынса баш идаралығы шәхси йорттарҙа йәшәүселәргә һыу бүлгес каналдарҙы һәм канализацияны ҡарҙан, боҙҙан һәм сүп-сарҙан алдан таҙартып ҡуйырға кәңәш бирә. Машиналарҙы уйһыу ерҙә һәм һыу ятҡылыҡтары янында ҡалдырмаҫҡа, түбәнге ҡаттарҙа һәм подвалдарҙа электр утын һүндерергә кәрәк. Шулай уҡ электр приборҙарын һәм ҡорамалдарҙы бейегерәк урынға мендерергә тәҡдим ителә.

Ҡар ирегән осорҙа боҙға сығыу тыйыла. 

Башгидрометүҙәктең рәсми фараздарын һәм Рәсәй Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығы иҫкәртеүҙәрен күҙәтеп барыу зарур. Ашығыс хәл килеп тыуған осраҡта 112 телефонына шылтыратырға кәрәк. 

https://www.bashinform.ru/news/social/2026-03-24/anomalno-tyoplaya-pogoda-ozhidaetsya-v-bashkirii-v-kontse-marta-4625712



Вернуться назад