Республикала йыл башынан 23 кеше спиртлы эсемлектәрҙән ағыуланып үлгән24.03.2026

Республикала йыл башынан 23 кеше спиртлы эсемлектәрҙән ағыуланып үлгән

Роспотребнадзорҙың республика идаралығы мәғлүмәттәренә ярашлы, ағымдағы йылдың ғинуар-февралендә Башҡортостанда 23 кеше спиртлы эсемлектәрҙән ағыуланып үлгән. Былтыр ошо уҡ осорҙа 30 кеше хәмер эсеп вафат булған.

Өфөлә (6 осраҡ), Ишембайҙа, Стәрлетамаҡта (2), Благовещенда, Нефтекамала, Туймазыла (1), Баҡалы (2), Дүртөйлө, Иглин, Ҡырмыҫҡалы, Күгәрсен, Стәрлетамаҡ, Туймазы, Федоровка, Шаран райондарында (1) этанол йәки аныҡланмаған спирт менән ағыуланыуҙан үлем осраҡтары теркәлгән.

Шулай уҡ наркотиктар һәм психодислептиктар (галлюциногендар) менән ағыуланыуҙың 21 осрағы теркәлгән, 9 кеше үлгән. Ике ай эсендә 32 кеше углерод әсемәһенән (һөрөмдән) ағыуланған, уларҙың 17-һе һәләк булған.

Йыл башынан алып республикала бөтәһе 411 химик этиологиялы ағыуланыу осрағы теркәлгән, шуларҙың 75-е йәғни 18,2% үлем менән тамамланған.

https://www.bashinform.ru/news/social/2026-03-24/v-bashkirii-s-nachala-goda-ot-otravleniy-alkogolem-skonchalis-23-zhitelya-4625120



Вернуться назад