Ағиҙел ҡалаһы башлығы тыл эшсәнен тыуған көнө менән ҡотланы24.03.2026

Ағиҙел ҡалаһы башлығы тыл эшсәнен тыуған көнө менән ҡотланы

Фото: Ағиҙел ҡалаһы хакимиәтенең матбуғат хеҙмәте | социаль селтәрҙәр

Ошо көндәрҙә Ағиҙел ҡалаһында 99 йәшен билдәләгән тыл хеҙмәтсәне Нәсимә Муллағәли ҡыҙын ҡала хакимиәте башлығы Денис Ирназаров өйөнә килеп ҡотланы.

Бөйөк Ватан һуғышы йылдарында 14 йәшлек Нәсимә ололар менән менән бер рәттән колхозда эшләй. Уның тормош юлы – ныҡлыҡ, эшһөйәрлек өлгөһө ул, тип билдәләне Денис Ирназаров.

«Нәсимә Муллағәли ҡыҙы яҡындарының ҡәҙер-хөрмәтенә төрөнөп йәшәй. Уның ғаиләһе ҙур һәм татыу: 4 балаһы, 14 ейән-ейәнсәре бар, бүлә-бүләсәләре үҫеп килә. Оҙон ғүмерле инәйҙе тыуған көнө менән ҡотлайбыҙ! Ныҡлы һаулыҡ, күңел күтәренкелеге һәм шатлыҡ-ҡыуаныстарҙан торған аяҙ көндәр теләйбеҙ. Киләһе йылда осрашып, бер быуатлыҡ юбилейын бергәләп үткәрергә һөйләштек», — тине Денис Ирназаров.

https://www.bashinform.ru/news/social/2026-03-23/glava-goroda-bashkirii-pozdravil-truzhenitsu-tyla-4624454



Вернуться назад