Дәүләт Думаһында өс йәшкә тиклемге балаларҙың әсәләренә ҡағылышлы закон проекты ҡарала24.03.2026

Дәүләт Думаһында өс йәшкә тиклемге балаларҙың әсәләренә ҡағылышлы закон проекты ҡарала

Фото: Валерий Шахов | «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы

Дәүләт Думаһы 24 мартта өс йәшкәсә балаһы булған ҡатын-ҡыҙҙар өсөн һынау ваҡытын тыйыу тураһында закон проектын ҡарай. Был хаҡта парламент спикеры Вячеслав Володин белдерҙе.

Тәҡдим ителгән нормаларға ярашлы, эш биреүселәрҙең өс йәшкә тиклемге бала тәрбиәләгән ҡатын-ҡыҙҙар өсөн һынау ваҡыты тураһында шартты хеҙмәт килешеүенә индерергә хоҡуғы юҡ. Закон ҡабул ителгән осраҡта 2026 йылдың 1 сентябрендә көсөнә инергә тейеш.

«Үҙгәрештәр декрет ялынан һуң профессиональ эшмәкәрлеккә тотонған йәш әсәләрҙең хеҙмәт хоҡуҡтарын яҡлай», — тине Вячеслав Володин.

https://www.bashinform.ru/news/social/2026-03-23/v-gosdume-rassmotryat-zakonoproekt-kasayuschiysya-mam-detey-do-tryoh-let-4624532



Вернуться назад