Башҡортостанда яҙғы шәмбе өмәләре көндәре билдәләнде

Башҡортостанда 27 марттан 10 майға тиклем яҙғы өмәләр ойошторола. 18 апрелдә дөйөм республика өмәһе була. Торлаҡ-коммуналь хужалыҡ министры Ирина Голованова хөкүмәттең оператив кәңәшмәһендә ошо хаҡта белдерҙе.
Республика етәксеһе Радий Хәбиров муниципалитет башлыҡтарына өмәләрҙе сифатлы үткәрергә ҡушты.
«Бөгөндән үк кешеләрҙе сығарырға кәрәк һәм алға! Был беҙҙең тирә-яҡ мөхит. Сығып, өс-дүрт сәғәт эшләгәндән бер ни ҙә булмаҫ. Иң мөһиме, быны еренә еткереп ойошторорға кәрәк. Кешеләр үҙҙәренең эш урынын белһен, инструменттар менән тәьмин ителһен, сүп-сарҙы сығарыу шунда уҡ ойошторолһон. Муниципалитет башлыҡтары, был һеҙҙең туранан-тура бурысығыҙ. Һеҙ урындарҙа ошо эште ойошторорға тейешһегеҙ», – тине Радий Хәбиров.
Бынан алдараҡ «Башинформ» 1 июнгә тиклем Өфөлә санитар таҙартыу, төҙөкләндереү һәм йәшелләндереү буйынса «айлыҡ» башланыуы тураһында яҙғайны. Санитар йомаларҙан тыш, 28 мартта, 11 һәм 25 апрелдә дөйөм ҡала өмәләре үткәрелә.