Өфөнән популяр йырсы Зөлхизә Илбәкова кейәүгә сыҡты

Өфөнән популяр йырсы Зөлхизә Илбәкова ғаилә ҡорған. Ул үҙенең сәхифәһендә тулҡынландырғыс яңылыҡ менән уртаҡлашты.
Зөлхизәнең кейәүе – музыкант һәм Башҡортостандың атҡаҙанған артисы Радмир Исмәғилев. Йәштәр ошо көндәрҙә ЗАГС-та яҙылышҡа һәм был мөһим ваҡиғаны яҡындары менән билдәләгән.
«Бөгөн шундай үҙенсәлекле көн булды. Күңелебеҙгә яҡын көн, уртаҡ юлдың, оло тормоштоң башы булараҡ хәтеребеҙҙә мәңге ҡаласаҡ көн», — тип уртаҡлашты йырсы.
Йәш артистар 2024 йылдан алып бергә эшләй, республика буйлап концерттар менән сығыш яһай. Уларҙың уртаҡ ижады емеше булараҡ «Йомаҡ» башҡорт этно-электрон төркөмө төҙөлә. Төркөм тере музыка ҡоралдары һәм заманса технологиялар, электроника ярҙамында ижад итә, халыҡ мотивтарына заманса боролош бирә. Тәүге йырҙарының береһе республиканың милли батыры Салауат Юлаевтың шиғырҙарына нигеҙләнгән. Артистар авторлыҡ йырҙары менән дә сығыш яһай.
Быға тиклем йырсы Ринат Рәхмәтуллиндың һөйгәне менән рәсми рәүештә өйләнешеүе хаҡында хәбәр ителгәйне.