Атайсал ҡайҙа башлана? Башҡортостан Башлығы өсөн ул бында — Шиҙе йылғаһы буйында, тау-урмандар араһында урынлашҡан Һайран ауылында башлана. «Башинформ» журналистары республика етәксеһенең тыуған ауылына барҙы, ул йөрөгән һуҡмаҡтарҙан үтте, ауылдаштары ҡәҙерләп һаҡлаған бай хәтер хазинаһын асты.
Ишембай районының Һайран ауылына Өфөнән 150 саҡрым самаһы. «Башинформ» журналистарының сәфәре матур миҙгелгә — тәбиғәт уяна башлаған мәлгә тура килде. Ҡар-бурандар үтеп, тәбиғәттең тынып ҡалған сағы бында. Һил урамдарҙы моңға тултырып ҡоштар һайрай, тәүге гөрләүектәр гөрләп аға. Йөҙләп самаһы йорт, дүрт урам, мәктәп, клуб, янғын һүндереү часы, ФАП һәм почта бинаһы — бөтә булған Һайран ауылы был. Әммә бында күпкә мөһимерәк төшөнсәләр һаҡланған — халыҡтың ихласлығы, ябайлығы, киң күңеллелеге, хеҙмәт һөйөүсәнлеге, тап ошонда илһөйәр, изге күңелле, кешелекле ысын шәхестәр тәрбиәләнә.
Йәнтөйәк ҡайҙан башлана? Тәүләп тәпәй баҫҡан урындан, әсә көйләгән бишек йырынан, атай кәңәштәренән... Һәм атай-әсәй күңелгә һалған ышаныстан, яҡтылыҡҡа, матурлыҡҡа, дөрөҫлөккә ынтылыуҙан. Радий Хәбировтың ата-әсәһе ниндәй булған, бала сағы нисек үткән? Был хаҡта беҙгә Һайран ауылында йәшәүселәр һөйләне.
Радий Хәбиров Һайран ауылында биш йәшенә тиклем йәшәй. Әсәһе Разия Исхаҡ ҡыҙы мәктәптә рус теле һәм әҙәбиәтенән уҡыта, атаһы Фәрит Барый улы тарих уҡытыусыһы, директор була. Белем усағының ҡаршыһында — ике фатирлы йорт. Ҡапҡаһын асып ингәс, үткәндәргә барып сыҡҡандай булдыҡ. Яҡшылап ундағы өйҙө ҡарайбыҙ: ҡупшы ыҡсым йорт, стеналары аҡланған, ҡыйығы шиферҙан, ҙур булмаған тәҙрәләр. Ошонда Радий Хәбиров тәүләп тәпәй баҫҡан, бәхетле ғәмһеҙ бала сағын үткәргән, ә бында баҫып әсәһенең мәктәптән ҡайтыуын көткән.
Тәҙрә төбөндә ҡуйы ҡара сәсле малай тора, йөҙөндө еңелсә йылмайыу беленә, ҙур ҡуңыр күҙҙәре менән ҡарашын ҡаршылағы мәктәпкә төбәгән. Уның ишегенән хәҙер шау-гөр килеп балалар сығасаҡ, ә һуңынан әсәһе Разия Исхаҡ ҡыҙы ҡайтасаҡ.
Әлеге көндә Хәбировтарҙың йортонда йәшәүсе Йәзилә Яҡупова Радий Хәбировтың дүрт йәшлек сағын шулай итеп хәтерләй.
«Радий Фәрит улы ауылға килһә, ҡунаҡҡа инеп сыға. Бер мәл үҙен сәй менән һыйланыҡ, ул бала сағын хәтерләп ултырҙы. Ата-әсәһе эштә саҡта өйҙә ағалары менән уйнауы, тәҙрә төбөнә менеп әсәһен көтөп тороуы хаҡында шунда һөйләгәйне ул», — тип белдерҙе Йәзилә Яҡупова.
Башҡа ауылдаштары кеүек үк, ул да Хәбировтар хаҡында оло ихтирам менән һөйләй. Радий Фәрит улының ата-әсәһе булғанлыҡтан да түгел. «Шул тиклем һәйбәт кеше булдылар, балаларын да булдыҡлы итеп үҫтерҙеләр, бөтә ауыл менән ғорурланабыҙ», — ти Йәзилә Хафиз ҡыҙы. Хужабикә беҙгә күберәк мәғлүмәт туплау өсөн Радий Хәбировтың әсәһенең уҡыусыһы Фәниә Хәйбуллинаға ҡунаҡҡа инеп сығырға кәңәш итте.
Фәниә апай үҙенең мәктәп йылдарын һәм рус теле уҡытыусыһы Разия Исхаҡ ҡыҙы Хәбированы бик яҡшы хәтерләй.
«5-се кластан алып 8-сегә тиклем Разия Исхаҡ ҡыҙы беҙҙе рус теленән уҡытты. Беҙгә әсәй кеүек ине: сабыр ҙа, ихлас та, талапсан да. Уның дәресендә бер кем шаярмай ине, тырышып уҡыныҡ. Тыйнаҡ тәртипле булдыҡ. Шул уҡ ваҡытта уның тауыш күтәргәнен, әрләгәнен иҫләмәйем. Ул ваҡытта мәктәптә 550-нән ашыу бала уҡый ине. Йылдар үтеү менән уҡытыусыларыбыҙҙың бик сабыр булыуын аңлайым», — тип хәтирәләре менән уртаҡлашты Фәниә Хәйбуллина.
Артабан беҙгә ауылдың иң оло кешеһе, 98 йәшлек Мәрйәм Иҫәнова менән аралашыу бәхете тейҙе. Ул оҙаҡ йылдар Радий Хәбировтың әсәһе менән яҡындан аралашып йәшәй. Оло йәштә булыуына ҡарамаҫтан, Мәрйәм Баймөхәмәт ҡыҙының хәтере яҡшы, зиһене асыҡ. Күңеле түрендә һаҡланған иҫтәлектәр менән кинәнеп уртаҡлашты.
«Тормош иптәше Фәрит Барый улын «Коммунар» колхозы председателе итеп ҡуйғас, Разия Исхаҡ ҡыҙы мәктәптә директор булып ҡалды. Ауылда бөтә ҡатын-ҡыҙҙар уға ярҙам һорап бара ине. Мәктәп эше менән дә түгел, ә төрлө йомош буйынса. Ишембайға күскәс тә ул һайрандарға ярҙам итеп торҙо, кемгә табипҡа эләгергә, кемгә документтар юлларға кәрәк, бер кемде лә бороп ҡайтарманы. Ихлас, киң күңелле кеше ине ул, — тип уртаҡлашты Мәрйәм апай. — Фәрит Барый улы вафат булғас, беҙ оҙаҡ йылдар Разия Исхаҡ ҡыҙы менән аралашып йәшәнек. Ете әхирәт инек, «Етегән шишмә» тип атаныҡ был дуҫлыҡты. Бер-беребеҙгә ҡунаҡҡа, концерттарға йөрөй инек».
Мәрйәм Баймөхәмәт ҡыҙы менән элекке фотоларҙы ҡарайбыҙ. Уларҙың береһе 60-сы йылдар аҙағында төшөрөлгән — Һайран ауылы мәктәбе коллективы. Алғы рәттә дүртенсе булып Разия Хәбирова ултыра. Уның йөҙөнән шундай яҡты нур бөркөлә, йылы ҡарашында, ихлас йылмайыуында, йөҙ һыҙаттарында улы Радийҙың образын сырамытырға мөмкин. «Радий Фәрит улы әсәһенә оҡшағанмы?» — тип һорайым әңгәмәсемдән.

— Юҡ, Радий Фәрит улы — атаһының копияһы. Разия Исхаҡ ҡыҙы Ишембайҙа саҡта әле бүлмәһенә улының портретын элеп ҡуйған ине. Радий атаһына оҡшаған: буй һыны, йөҙ һыҙаттары — барыһы ла Фәрит Барый улынан. Бөтә булған яҡшы сифаттарҙы ата-әсәһенән алған, улар кеүек ябай, тырыш, ихлас ул, — тип йомғаҡланы һүҙен Мәрйәм Баймөхәмәт ҡыҙы.
Һайран халҡының хәтерендә Радий Хәбировтың атаһы хаҡында ла бик күп яҡты, матур иҫтәлектәр һаҡлана. Ауылда күп нимәгә уның ҡулы тейгән. Ул мәктәп директоры булып эшләгән саҡта бәләкәй генә ауыл икенсе һулыш ала: яңы ҙур мәктәп, ҡаҙанлыҡ төҙөлә, интернат, йәш белгестәр өсөн ике фатирлы йорт ҡалҡып сыға, һыу ҡаҙыла. Һайран ауылындағы был тарихи мәл фотоларҙа һаҡланған, уларҙың береһендә — Фәрит Хәбиров мәктәп төҙөлөшө майҙансығында баҫҡыстан күтәрелә.
«Хәбиров ағай. Барыбыҙ ҙа уға шулай тип өндәшә инек. Фәрит Барый улы бер йылда ауылыбыҙҙа мәктәп төҙөнө. Үҙе стеналарҙы күтәрергә ярҙам итте, шул арала ҡайҙалыр барып килергә, кәрәкле документтарҙы юлларға өлгөрә ине. Һәр саҡ эш өҫтөндә булды, — тип иҫкә ала ул йылдарҙы 84 йәшлек Нәкирә Рәхмәтуллина. — 1967 йылдың көҙөндә мәктәптең нигеҙен һалдылар, киләһе йыл май айына стеналары әҙер ине. Ә 1 сентябргә балалар яңы мәктәпкә уҡырға барҙы. Уҡыу йылы башланғас, Фәрит Барый улы ҡаҙанлыҡ төҙөттө, тағы ла интернат һалдырҙы. Ул заманда Һайранға бөтә яҡын тирәләге ауылдарҙан килеп уҡыйҙар ине, балалар күп булды. Ауылда тормош гөрләп тора ине! Беҙ, ауылдаштар, нисек онотайыҡ инде ошо эштәрҙе? Хәҙер Радий Фәрит улына ҡарайым да, шуны уйлайым: хәс тә ата-әсәһе кеүек эш менән яна, халыҡ өсөн тырыша».
Нәкирә апай үҙе лә мәктәп төҙөлөшөндә ҡатнашҡан. Был иҫтәлектәр уға үтә ҡәҙерле. Ирле-ҡатынлы Хәбировтар тураһында оҙаҡ кинәнеп һөйләне ул, беҙҙе оҙатырға сыҡҡанда ла ауыл өсөн бик күп изгелек ҡылған шәхестәрҙе иҫкә алыуын дауам итте.
Һайрандар мәктәп тураһында бик күп һөйләне, унда инеп сыҡмай булдыра алманыҡ. Белем усағы бөгөн дә ауылдың биҙәге булып ултыра. Бер нисә йыл элек капиталь ремонт яһалған. Шундай матур мәктәптә ҡыуанып уҡырға, тырышырға ҡала, хәйер, һайрандар ҡалышмай.
Бында ла Хәбировтарҙың хәтере ҡәҙерләп һаҡлана: улар иҫтәлегенә мәктәп музейында айырым мөйөш булдырылған. Стендта — РСФСР-ҙың мәғариф министрлығы тарафынан Ишембай ҡалаһының 1-се махсус профессиональ-техник училищеһы директоры Фәрит Барый улы Хәбировҡа тапшырылған А.В. Луначарский премияһы дипломы. Ошонда уҡ иҫке мәктәптең, яңыһының фотоһүрәттәре, «Торатау» район гәзитенең бер нисә һаны, Фәрит Хәбиров иҫтәлегенә үткәрелгән көрәш һәм шашка турнирҙары хаҡында мәҡәләләр, уның «Минең бәхетле йылдарым» китабы урын алған.
Һайран мәктәбе уҡытыусылары Зилә Ҡаҙаҡҡолова һәм Рәйлә Суфиянова беҙгә мәктәп буйлап экскурсия үткәрҙе. Радий Хәбировтың эштәре хаҡында һөйләне улар.
«Күптән түгел Радий Хәбиров мәктәбебеҙгә килеп китте. Халыҡ ҡоралдары түңәрәге етәксеһе Әнүәр Ниғмәтуллин уны үҙенең ансамбле менән ҡаршы алды. Радий Фәрит улы килеп ингәс, балалар шунда уҡ уйнап ебәрҙе: улар ҡурайҙа ла, мандолинала ла, ҡумыҙҙа ла уйнай белә. Һоҡланып ҡарап торҙо. «Былай итеп мәктәптәрҙең береһендә лә мине ҡаршы алғандары юҡ ине», — тине. Уны ҡыуандырғыбыҙ килгәйне, ауыл, мәктәп өсөн бик күп эш башҡарҙы бит: ниһайәт, һыу үткәрҙеләр, ФАП, янғын һүндереү часы төҙөлдө, асфальт юл һалынды. Кесе Ватаны өсөн ныҡ тырыша ул. Ата-әсәһе кеүек», — ти уҡытыусылар.
Улар беҙгә янғын һүндереү часына ла инеп сығырға кәңәш бирҙе — уны ҡарамай ҡайтмағыҙ, тиҙәр.
Янғын һүндереү часы начальнигы Айрат Кәримов — ябай хеҙмәт кешеһе, тураһын әйтеп һалды.
«Нисек бар, шулай әйтәм: беҙҙең частың иң оло кешеһе, водитель Зиннур абзый (Абдуллин) һөйләне быны миңә. Радий Фәрит улы килгәс, унан яңы машина һорайҙар, сөнки элекке ГАЗ-53 иҫкергән була, ураған һайын боҙола. Беҙҙең ДПК ғына ине бит (ирекле янғын һүндереү командаһы). Ә Башлыҡ быны шунда уҡ аңланы — ауылда янғын һүндереү часы төҙөргә кәрәк. Район ҙур, төпкөл ауылдарға (команда 12 тораҡ пунктты хеҙмәтләндерә) ГАЗик менән генә барып етерлек түгел. Ул килеүгә бер-ике ай үттеме, ауылға кешеләр килеп төштө, ер ҡарай башланылар, нимәлер иҫәпләйҙәр... Һәм хәҙер беҙҙә яңы бина, яңы техника — ике машина, яңы ҡорамалдар», — тип һөйләй ул.
Шуны әйтергә кәрәк, ауыл кешеләре менән әңгәмәлә Радий Хәбировтың ата-әсәһенең изге эштәрен дауам итеүе хаҡында күп әйтелде. Үткәндәр тарихта ҡалһа ла, бөгөнгөнән айырылғыһыҙ, улар киләсәккә лә ныҡлы нигеҙ булып тора. Был һәр ҡайҙа ла сағыла: кешеләр менән аралашҡанда ла, ауылдағы мөхиттә лә, һулаған һауала ла, түбәндәрәк урғылып аҡҡан шишмәлә лә... Ҡасандыр бындағы шишмә сығанағын Фәрит Хәбиров тапҡан, уҡыусылары менән матурлап кәртәләп ҡуйған. Янында «беседка», бер-ике эскәмйә бар. Бөгөн был урынды ауыл халҡы хөрмәтләп «Фәрит шишмәһе» тип йөрөтә, тәрбиәләп тора.
Һайранда тормош һәүетемсә дауам итә. «Фәрит шишмәһе» сылтырап аға, бәләкәй Радий ҡасандыр ағалары менән менеп «Ҡарлуғас», «Мәтәлге» уйнаған Бикмеш тауы ҡарҙан әрселә, малайҙар унда сыр-сыу килеп уйнай. Дәүерҙәр артабан алмашыныр. Әммә үҙгәрмәҫ ҡиммәттәр бар — кешеләр изгелекте, яҡшылыҡты, замандың ысын шәхестәрен, уларҙың эштәрен онотмай. Киләсәккә күпер булған, кесе Ватанға ярҙам итеү, мәрхәмәтлелек өсөн булдырылған «Атайсал» проекты онотолмай...
