ИҒТИБАР ҮҘӘГЕНДӘ – ДҮРТӨЙЛӨ03.07.2012
ИҒТИБАР ҮҘӘГЕНДӘ – ДҮРТӨЙЛӨБеҙҙә уңған, егәрле халыҡ йәшәй
Хакимиәт башлығы Ринат ХӘЙРУЛЛИН:

— Дүртөйлө — элек-электән алдынғы, абруйлы, мәҙәни һәм иҡтисади яҡтан үҫешкән төбәк. Беҙҙә эшкә уңған, егәрле һәм ҡунаҡсыл халыҡ йәшәй. Уларҙың емешле хеҙмәте, тырышлығы һөҙөмтәһендә район республикала алдынғы урындарҙы биләй. Эшсәндәргә оло ихтирам һәм иғтибар күрһәтелә, хеҙмәттәре юғары баһалана.
Уңғандар, йүнселдәр бөгөн ауыл ерендә лә гөрләтеп донъя көтә. Беҙҙә йәш ғаиләләр күп, улар йорт һала, балалар үҫтерә, күпләп мал-тыуар аҫрай. Һәр кем үҙ баҡсаһында йәшелсә-емеш үҫтерергә тырыша, умартасылар һаны арта.
Район иҡтисадының нигеҙен ауыл хужалығы тармағы тәшкил итә. Тоҡомло малдар үрсетеү һөҙөмтәһендә ит, һөт етештереү артты. Бар урында ла машина-трактор паркы яңыртыла. Хужалыҡтар социаль өлкәгә лә үҙ өлөшөн индерә. Яҙғы баҫыу эштәрен ваҡытында тамамлап, һабантуй үткәреп, хәҙер бөтөн көстө мал аҙығы әҙерләүгә йүнәлттек.

ИҒТИБАР ҮҘӘГЕНДӘ – ДҮРТӨЙЛӨҺандар һәм факттар

Дүртөйлө районы республиканың төньяҡ-көнбайышында урынлашҡан, уның майҙаны — 1671 квадрат километр. Административ үҙәге — Дүртөйлө ҡалаһы. Халҡы — 64,4 мең кеше. Районда 87 ауыл бар. Шуларҙың иң ҙуры: Исмаил һәм Әңгәсәк. Районда башҡорттар, татарҙар, урыҫтар, мариҙар йәшәй. Дүртөйлө районы 1930 йылдың 20 авгусында барлыҡҡа килә. Бында 35 дөйөм белем биреү мәктәбе, шул иҫәптән 24 урта мәктәп бар. 27 китапхана, 68 мәҙәниәт йорто эшләй. Урыҫ һәм татар телдәрендә “Юлдаш” гәзите сығарыла. Айына бер тапҡыр башҡорт телендә “Аҡшишмә” гәзите баҫыла. Районды Өфө–Ҡазан, Нефтекама–Дүртөйлө–Бүздәк, Дүртөйлө–Борай, Дүртөйлө–Бөрө автомобиль юлдары киҫеп үтә.


ИҒТИБАР ҮҘӘГЕНДӘ – ДҮРТӨЙЛӨБөйөрҙәрең эшләйме?

Төбәктә элек-электән һаулыҡ һаҡлау мәсьәләһенә иғтибар көслө. Бында олоһо ла, кесеһе лә тейешле медицина күҙәтеүе аҫтына алынған. Табип һәм шәфҡәт туташтары һөнәри бурысын намыҫ менән башҡара.

2006 йылда асылған гемодиализ амбулатор бүлеге лә уңышлы эшләп килә. Бында бөйөрө сирле кешеләр дауалана. Гемодиализ — бик ҡиммәткә төшкән процедура. Ләкин ауырыуҙарға хеҙмәт бушлай күрһәтелә, барлыҡ сығымды дәүләт ҡаплай. Амбулатория Башҡортостандың бөтөн төньяҡ-көнбайыш төбәге халҡын ҡабул итә.
Бүлеккә өмөтөн өҙгән, әммә йәшәү менән үлем араһында көрәшергә аҙ ғына булһа ла көсө ҡалған кешеләр мөрәжәғәт итә. Сир шулай инде — һинең йәшеңде лә, эшеңде лә, төҫөңдө лә ҡарап тормай, ауыр һынау алдына ҡуя. Әммә 25 йылдан ашыу ғүмерен район халҡының һаулығын һаҡлауға арнаған табип Рөстәм Ғәбиҙуллин етәкләгән гемодиализ бүлегендә ауырыуҙарға аяҡҡа баҫырға ярҙам итәләр.
Бында һәр ерҙә тәртип, таҙалыҡ күҙгә ташлана. Һиҙгер күңелле табиптарҙың, шәфҡәт туташтарының йылы мөнәсәбәте ауырыуҙарға рухи көс өҫтәүе, сирҙе еңергә ярҙам итеүе һиҙелеп тора. Рөстәм Әдип улы тырыш, белемле, ышаныслы коллектив туплай алған, шуға ла бында дауаланыусылар бик рәхмәтле.
— Әҙәм балаһы өсөн был донъяла ғүмерҙән дә ҡәҙерлерәк нәмә бармы икән? Уның баһаһын үлемесле ауырыу менән көрәшкән саҡта аңлай башлайһың. Бындағы аҡ халатлылар беҙҙе дарыу менән генә түгел, йылы, яғымлы һүҙе менән дә дауалай, йәшәүгә өмөт уята, — ти Лена Мәхийәнова.
— Был сир менән ауырыусыларға бер минут та һуңламай, ваҡытында ярҙам итергә кәрәк. Беҙ тәүлек әйләнәһенә эшләйбеҙ, бөйөрө эшләүҙән туҡтаған кешеләрҙең ғүмерен һаҡлап алып ҡалабыҙ. Шуны иҫтә тотһондар ине: ауырыуҙың билдәләре асыҡланыу менән, һис кисекмәҫтән, табипҡа күренергә кәрәк, юғиһә һуң булыуы ихтимал. Ҡан баҫымын тикшереп тороу, бәүел һәм ҡанға анализдарҙы ваҡытында тапшырыу күп сирҙәрҙе үҙ мәлендә асыҡларға һәм дауаларға ярҙам итә, башланғыс осоронда уны еңеүе лә еңелерәк бит, — ти Рөстәм Ғәбиҙуллин.

ИҒТИБАР ҮҘӘГЕНДӘ – ДҮРТӨЙЛӨТелгә ғашиҡ балалар тәрбиәләнә

Башҡортостандың халыҡ шағиры Назар Нәжми исемендәге башҡорт гимназияһы 2007 йылда ғына асылыуына ҡарамаҫтан, район-республика кимәлендә генә түгел, ил кимәлендә лә мәртәбәле уңыштары бар. Бында 400-ҙән ашыу бала белем ала. Кабинеттар яҡты, таҙа, заманса йыһазландырылған.

— Гимназиябыҙҙа юғары квалификациялы, тәжрибәле уҡытыусылар эшләй, тейешле матди-техник базабыҙ бар, — ти директор Гөлшат Хөсәйенова.
Белем йортонда Назар Нәжмигә арналған музей ойошторолған. Унда шағирҙың шәхси әйберҙәре, китаптары, ҡулъяҙмалары, тормош юлын сағылдырған экспонаттар, ИҒТИБАР ҮҘӘГЕНДӘ – ДҮРТӨЙЛӨальбомдар тупланған. Етәксеһе — уңыштары өсөн 100 мең һум грантҡа эйә булған юғары категориялы башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы Руфина Камалова. Ул, дәрестә заманса технологияларҙы ҡулланыу туған телдәрҙе уҡытыуҙың сифатын, дәрәжәһен күтәрә, тигән фекерҙә, үҙе лә техник сараларға йыш мөрәжәғәт итә. Халыҡ ижадын, сәнғәт әҫәрҙәрен ҡулланыу ҙа яңы тема өйрәнгәндә маҡсатҡа өлгәшергә ярҙам итә, ә йыр-моң бала күңелендә рух осҡондары тоҡандыра, илһам бирә. Дәрестә ирекле темаға шиғыр, инша яҙҙырыуға өҫтөнлөк биргән уҡытыусының уҡыусылары ла ижадҡа тартыла. Уларҙың иң уңышлы тип табылғандары башҡорт телендәге “Аҡ шишмә” район гәзитендә баҫылып сыға. Шулай уҡ Руфина апайҙары етәкләгән “Йәш шиғриәт сатҡылары” түңәрәгендә шөғөлләнгән малай-ҡыҙҙарҙың шиғырҙары мәктәптең “Яҡшы кәйеф” гәзитендә лә урын ала. Балаларҙа тыуған ергә һөйөү бөрөләндереү, яҡташ әҙиптәр ижадына ҡарата ҡыҙыҡһыныу уятыу маҡсатында дәрестәрҙә урындағы материалдар киң ҡулланыла, мөмкинлек сыҡҡан һайын шағирҙар менән осрашыуҙар үткәрелә. Руфина Зәки ҡыҙының уҡыусылары төрлө ижади һәм әҙәби конкурстарҙа ла ихлас ҡатнаша.
Гимназияның башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусылары Алһыу Йосопова, Зөһрә Әхмәтова, Вероника Зарипованың тырыш хеҙмәте лә балаларҙың белемендә асыҡ сағылыш таба. Уҡыусылар әсә телен бик теләп, яратып өйрәнә, тел буйынса уҙғарылған сараларҙа даими ҡатнаша.
Милли белем биреүҙә уҡытыусылар берләшмәһе көсө менән булдырылған башҡорт теле һәм әҙәбиәте кабинетының роле баһалап бөткөһөҙ. Унда “Башҡорт халыҡ шағирҙары һәм яҙыусылары”, “Беҙҙең юбиляр” тигән стендтар ҡуйылған. Кабинет компьютер, телевизор, магнитофон менән йыһазландырылған. Бер һүҙ менән әйткәндә, башҡорт теле һәм әҙәбиәтен өйрәнеү өсөн бөтөн шарттар ҙа тыуҙырылған. Шулай булғас, бында туған телде яратҡан, хөрмәт иткән, киләсәкте ышанып тапшырырҙай шәхестәр тәрбиәләнә.

ИҒТИБАР ҮҘӘГЕНДӘ – ДҮРТӨЙЛӨПродукциябыҙҙы ситтә лә беләләр

Магазин кәштәләрендәге аҙыҡ-түлек төрлөлөгөнән хәҙер күҙҙәр ҡамаша. Совет осорондағы кеүек һөт, ҡаймаҡ йәки ҡатыҡ һатып алыу өсөн һыу буйы сиратта торорға ла кәрәкмәй. Һәр кем йәне теләгәнен һатып алыу мөмкинлегенә эйә. Әммә күптәр Дүртөйлө һөт комбинаты етештергән аҙыҡ-түлеккә өҫтөнлөк бирә.

Бының сәбәбе ябай: предприятие һатып алыусыларҙы продукцияһының күп төрлөлөгө менән генә түгел, сифатлы булыуы менән дә арбай.
Ысынлап та, Дүртөйлө һөт комбинаты маркаһы менән етештерелгән һөт, аҡ май, кефир, ҡаймаҡ, “адыгей” сырын, ҡатыҡ, эремсек һәм башҡа ризыҡтарҙы халыҡ бик теләп һатып ала. Бындағы продукция хатта Мәскәү, Санкт-Петербург, Силәбе, Чебоксар, Сорғот, Мурманск ҡалаларына ла барып етә.
Әле заводта тәүлегенә уртаса 130 тонна һөт эшкәртелә. Урындарҙан продукция ташыуҙы йәмғиәт үҙ көсө менән ойоштора. Сеймалды Борай, Ҡалтасы, Краснокама, Яңауыл тарафтарынан да барып алалар.
Һатып алыусылар бөгөн талапсан. Шуға ла предприятиела сифатҡа айырыуса ҙур иғтибар бирелә. Лаборанттар һөттөң таҙалығын, майлылығын ғына билдәләп ҡалмай, ИҒТИБАР ҮҘӘГЕНДӘ – ДҮРТӨЙЛӨетештереү технологияһының теүәл һаҡланыуын да күҙәтә. Продукцияға тулы анализ яһалып, барлыҡ күрһәткестәр буйынса сорттарға айырылғас ҡына цехтарға оҙатыла. Шуға ла дүртөйлөләр етештергән һөт ризыҡтары юғары сифатлы, экологик яҡтан таҙа.
Йәмғиәттә әлеге ваҡытта 217 кеше эшләй, шуларҙың яртыһынан күбеһен йәштәр тәшкил итә. Уларҙы заманса уңайлы эш шарттары, сағыштырмаса юғары хеҙмәт хаҡы йәлеп итә.
— Беҙ һөт һатыусылар менән аҡсалата иҫәпләшәбеҙ. Халыҡҡа ла, хужалыҡтарға ла ваҡытында түләйбеҙ. Коллектив татыу, тырыш, ышаныслы. Комбинат асылғандан бирле эшләгән һөт цехы етәксеһе Фәүәрис Ахунйәнов, баш механик Адик Тимашев, слесарь Вячеслав Александров, лаборатория етәксеһе Мәрйәм Сәлимова, инженер Марс Мөхтәров тураһында тик маҡтау һүҙҙәре генә әйтергә мөмкин, — ти комбинат директоры Алексей Сарафинос.
Яуланғандар менән генә ҡәнәғәт түгел предприятие коллективы: өлгәшелгәндәр менән башҡаларҙы ла таныштырыу, тәжрибә уртаҡлашыу өсөн төрлө бәйгеләрҙә, мәҫәлән, “Башҡортостандың иң яҡшы йөҙ тауары” конкурсында, “Алтын көҙ” йәрминкә күргәҙмәләрендә даими ҡатнаша, призлы урындар яулай.

ИҒТИБАР ҮҘӘГЕНДӘ – ДҮРТӨЙЛӨӘсәндәр алдан хәстәрләй

“Әсән” тоҡомсолоҡ заводы уңғандары продукция етештереүҙе арттырыу һөҙөмтәһендә юғары күрһәткестәргә өлгәшә һәм, райондың иҡтисадын нығытыуға лайыҡлы өлөш индереп, алдынғылар сафында бара. Әйтергә кәрәк, әсәндәр быйыл да һынатмай.

Һәр ваҡыттағыса сәсеүҙе беренселәрҙән булып тамамланылар. Йәмғиәттең 4000 гектар һөрөнтө ере булып, шуның 2400 гектарын иген культуралары биләй. Ергә юғары репродукциялы элита орлоғо сәселгән. Мәҫәлән, бойҙайҙың “омская-35”, “омская-36”, “икада”, арпаның “челябинская-99” сорттары. Былтыр 800 гектарҙа сәсеп ҡалдырылған арыш та уңышы менән ҡыуандырмаҡсы.
— Барлыҡ ауыл хужалығы эштәрен үҙ көсөбөҙ менән башҡарып сығабыҙ. Шунлыҡтан техника паркының төҙөклөгөнә, әҙерлегенә етди иғтибар бирәбеҙ. Бер үк ваҡытта уны яңыртыу хәстәрен дә күрәбеҙ. Өс йыл эсендә 10 миллион һумлыҡ техника алдыҡ. Тик ауыл хужалығы продукцияһы хаҡының түбән булыуы күңелде ҡыра, — ти утыҙ йылдан ашыу эшләгән хужалыҡ рәйесе Данил Ғәбиҙуллин.
— Агрегаттарға килгәндә, улар хәҙер беҙҙең алыштырғыһыҙ ярҙамсы. Бер юлы биш-алты ябай тракторҙың эшен башҡарған заман техникаһында егеттәр тәүлегенә 100 ИҒТИБАР ҮҘӘГЕНДӘ – ДҮРТӨЙЛӨгектарҙан ашыу майҙанда сәсеү эштәрен атҡарҙы. Яғыулыҡ та күп сарыф ителмәй, — тип һүҙгә ҡушыла баш инженер Рәйес Фәзлийәнов.
Хужалыҡтың баш агрономы Альберт Камалов әйтеүенсә, баҫыу эштәрендә Флүр Нурисламов, Рафаэль Ризуанов, Фаил Сәйфуллин, Радик Исхаҡов, Алик Шәйеховтың хеҙмәте айырыуса маҡтауға лайыҡ. Улар, барлыҡ тырышлығын һалып, үҙҙәренә йөкмәтелгән бурысты яуаплылыҡ менән үтәп сыҡҡан. Шуны ла билдәләргә кәрәк: сәсеү ваҡытында Иҫке Уртай ауылы, шулай уҡ Илеш, Саҡмағош райондарының һөнәрселек училищеһы уҡыусылары практика үтеп, яҙғы баҫыу эштәренә үҙ өлөшөн индергән.
Малсылыҡҡа килгәндә, хужалыҡ тоҡом малы үрсетеүгә тотоноп, таналар үҫтереү, уларҙы һатыу менән шөғөлләнә. Былтыр, мәҫәлән, 6 миллион һум табыш алғандар. Быйыл 100 баш тоҡомло мал һатыу күҙаллана. “Әсән” йәмғиәте фермаһында бөгөн 1650 баш һыйыр малы аҫрала, шуларҙың 560-ы — һауын һыйыры. Хужалыҡ Дүртөйлө һөт комбинатына тәүлегенә биш-алты тонна продукция оҙата.
Һауынсылар үҙ эшен намыҫ менән башҡара. Айырыуса Сания Әлибаева, Валентина Федорованың тырышлығын билдәләп үтергә кәрәк. Улар көнөнә һәр һыйырҙан 12–14 литр һөт һауып ала. Малсылар Рафаэль Шәрәфетдинов менән Петр Федоров та бурыстарына яуаплы ҡарай.

ИҒТИБАР ҮҘӘГЕНДӘ – ДҮРТӨЙЛӨКлуб уттары балҡығас, тормош та һүнмәй

Иванай ауылында йыр-моңға ғашиҡ халыҡ йәшәй. Мәҙәни тормош бында ҡайнап тора. Клуб ишектәре һәр ваҡыт асыҡ. Мәҙәниәт йорто етәксеһе булып 27 йылдан ашыу Әлфиә Нурмөхәмәтова эшләй.

Мәҙәниәткә, сәнғәткә ғүмере буйы тоғро ҡалған Әлфиә Нуриәхмәт ҡыҙын олоһо ла, кесеһе лә хөрмәт итә. Ауылда уҙғарылған барлыҡ мәҙәни сараларҙың сценарийын үҙе төҙөй, тематикаһына ҡарап йырҙар һайлай. Нәҡ шуның өсөн дә Әлфиә ойошторған кисәләр халыҡ күңеленә яңылыҡ булып килеп инә. Мәҙәниәт йорто эргәһендә “Изге ай” фольклор, “Моңло шишмә” вокаль, “Өмөт”, “Йәшлек” бейеү, “Ҡояшҡай” мәктәпкәсә йәштәге балалар бейеү ансамблдәренең эшләүе лә күп нәмә тураһында һөйләй. ИҒТИБАР ҮҘӘГЕНДӘ – ДҮРТӨЙЛӨКоллективтар район кимәлендә лә уңышлы сығыш яһай. Дүртөйлөлә иң сағыу йондоҙҙарҙың береһе тип “Изге ай” халыҡ ансамблен атайҙар. Ул 2003 йылда ветерандар советы рәйесе Нурхәниф Мифтахетдинов тәҡдиме менән ойошторола. Районда бер генә ҙур байрам да уларҙың ҡатнашлығынан тыш үтмәй. Ансамбль күп тапҡыр район һәм республика конкурстары лауреаты һәм дипломанты булған. Шуныһы ҡыуаныслы: өлкәндәрҙең “Изге ай” фольклор ансамбле үҙенә алмаш та әҙерләй. Уның эргәһендә “Йәшлек” балалар ансамбле уңышлы эшләй, унда ете йәштән ҙурыраҡ балалар шөғөлләнә. “Изге ай” менән “Йәшлек” күп сараларҙа бергә сығыш яһай, боронғо йолаларҙы, башҡорт, татар халҡының һирәк осраған көйҙәрен, таҡмаҡтарын йыялар.
— Инде ун йылға яҡын йырлайбыҙ, ҡайҙа ғына сығыш яһаһаҡ та беҙҙе бик йылы ҡабул итәләр. Репертуарыбыҙҙа боронғо йырҙар күп, уларҙың һүҙҙәрен һорап килеүселәр ҙә бар. Беренсенән, халыҡ ижадына тоғролоҡ һаҡлайбыҙ, икенсенән, йыр менән йәшәүе үҙебеҙгә лә күңелле, — ти ансамблдең етәксеһе Нәзирә Мифтахетдинова. 2012 йыл “Изге ай” өсөн бигерәк тә иҫтәлекле булды: уларға халыҡ ансамбле исеме бирелде. Коллектив артабан да быуындан быуынға аманат итеп тапшырылып килгән йыр-моңдо һайыҡтырмаҫ, халыҡ исемен ғорур йөрөтөр! Махсус битте Лира
Лира Гәрәева әҙерләне. Автор фотолары.


Вернуться назад