Өфөгә Стратегик башланғыстар агентлығы етәксеһе Светлана Чупшеваның килеүе көтөлә

Өфөлә Стратегик башланғыстар агентлығының генераль директоры Светлана Чупшева менән эшлекле осрашыуға әҙерләнәләр. Ул иртәгә республиканың баш ҡалаһына киләсәк. Был турала ЦУР-ҙа үткән хөкүмәт кәңәшмәһендә Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров белдерҙе.
«Бер нисә сара үткәреү планлаштырылған», – тип белдерҙе төбәк етәксеһе.
Иҫегеҙгә төшөрәбеҙ, Светлана Чупшева Башҡортостан менән иҡтисади үҫеш һәм проекттарға булышлыҡ итеү буйынса әүҙем хеҙмәттәшлек итә. Ул төбәктең инвестиция мөхитен, инвесторҙар менән эшләүҙе юғары баһалай.