Өфөлә күп ҡатлы йорттоң тәҙрәләре аҫтында мәктәп уҡыусыһының үле кәүҙәһе табылған16.03.2026

Хоҡуҡ һаҡсылары ваҡиға сәбәптәрен асыҡлай.

Фото: Ксения Калинина

Бөгөн социаль селтәрҙә Өфөлә мәктәп уҡыусыһының һәләк булыуы тураһында мәғлүмәттәр таралды. «Башинформға» ашығыс хеҙмәттәрҙәге үҙ сығанағы хәбәр итеүенсә, ҡыҙ бейеклектән ҡолап төшөп үлемесле йәрәхәттәр алған. Был хәл Өфөнөң Инорс биҫтәһендәге күп ҡатлы йортта булған.

Ваҡиға урынына ашығыс медицина ярҙамы һәм хоҡуҡ һаҡлау органдары хеҙмәткәрҙәре килеп еткән. Хоҡуҡ һаҡсылары ваҡиғаның сәбәбен һәм шарттарын асыҡлай.

Быға тиклем Башҡортостанда махсус машиналағы полиция хеҙмәткәренә һөжүм иткән ҡатынды хөкөм иткәйнеләр.

https://www.bashinform.ru/news/law/2026-03-16/v-ufe-pod-oknami-mnogoetazhki-nashli-mertvuyu-shkolnitsu-4616021



Вернуться назад