Башҡортостандан Абхазияға тура рейстар асыла16.03.2026

Башҡортостандан Абхазияға тура рейстар асыла

Фото: архив / «Башинформ»

ЦУР-ҙа үткән хөкүмәт кәңәшмәһендә Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров Өфөнән Абхазияның баш ҡалаһы Сухумға тура рейстар асыласағы тураһында хәбәр итте.

«Рейс тураһында килештек, Алла бирһә, быйыл йәй оса башларбыҙ», — тине төбәк етәксеһе.

Быға тиклем Радий Хәбиров Абхазия премьер-министры Владимир Дельба менән осрашты. Рәсми ҡунаҡтың сәфәре барышында Өфөлә Рәсәй-абхаз мәҙәни үҙәге асылды.

https://www.bashinform.ru/news/social/2026-03-16/pryamye-reysy-iz-bashkirii-v-abhaziyu-zapustyat-letom-4615702



Вернуться назад