Рухыбыҙға һынау булды03.07.2012
Зәйнәб Биишева исемендәге “Китап” нәшриәтендә Марат Хафизов менән Юлай Әбсәләмов авторлығында “Милли рухиәт үҙәге” тигән яңы китап донъя күрҙе. Ул милли рухиәтебеҙ тарихында әһәмиәтле урын тотҡан Ф. Мостафина исемендәге 20-се Өфө ҡала башҡорт гимназияһын астырыуҙың хәсрәтле һәм данлы юлы хаҡында. Үҙем шул көсөргәнешле хәрәкәттә бер ни тиклем туранан-тура ҡатнашҡас, китапты бик тулҡынланып уҡыным һәм уны замандаштарыбыҙ, килер быуындарыбыҙ иғтибарына еткереүҙе кәрәк тип һанайым.

Билдәле булыуынса, 1937 йылғы ҡаты баҫлығыуҙан һуң, “милләт”, “милли тел” тигән төшөнсәләр хәүефле тубаға әүерелеп, баш ҡалабыҙ урамдарында ғына түгел, хатта үҙ-ара башҡортса һөйләшергә баҙнатһыҙҙар күбәйҙе. Партияның илде “гөрләтеп” яҡтыларҙан-яҡты коммунизм төҙөүгә йүнәлтелгән программаһы һөҙөмтәһе ине был. “СССР-ҙағы халыҡтарҙың бөтәһе лә тиң, берҙән-бер берәгәй милләт булып уҡмашырға, бөйөк урыҫ телендә һөйләшергә тейеш”, — тигән лозунг ҡайҙа ла аныҡ яңғыраны. Ғаиләм менән килеп һыйынған коммуналь фатир ҡарсыҡтарынан: “Тиҙҙән башҡорт бөтә икән, паспорттарында милләте булмаясаҡ!” — тигән оторо хәбәрҙе йыш ишетергә тура килде.
Хәтеремдә, 60-сы йылдар уртаһында Рәми Ғарипов, Хөснулла Түләкәев менән түшәм урҙаһына тотоноп, ҡәҙимгесә аяғөҫтө тыныс ҡына гәпләшеп, автобуста китеп барабыҙ. Йәнәшәләге ҡыҙыл иренлеләр оторош тауыш күтәрҙе: “Нимә лығырҙайһығыҙ, ниңә әҙәм рәтле урыҫ телендә һөйләшмәйһегеҙ?!” Ҡорҙаштарымдың итәғәтле шымыуына ҡарамай, мин, яңыраҡ ҡына ауылдан килгән ҡырыҫйән, түҙә алмай: “Беҙ үҙебеҙҙең телдә һөйләшәбеҙ һәм һөйләшәсәкбеҙ!” — тип нәфрәтемде белдерҙем. Бындай “аяҡ тибеүселәр” бер мин генә булмағанмын, ахыры, сөнки ҡалала башҡорт мәктәбе асыу (ә ул юҡ ине), балаларҙы үҙ телебеҙҙә уҡытып үҫтереү теләге йөрәктәрҙе әсеттереп ялманы, ә был бушҡа түгел ине: изге ялҡынды дөрләтерлек тәүәккәлйән сыҡты көрәш майҙанына — юғары ҡабилиәтле, тыныс тәбиғәтле, ҡурҡыу белмәҫ ҡыйыу йөрәкле Иҙел Миһран улы Агишев булды ул. Китапта тапҡыр әйтелгән: “Баш ҡалабыҙ Өфөлә башҡорт мәктәптәрен астырыу өсөн бөтөн көсөн, тырышлығын һалған тынғыһыҙ йәмәғәт эшмәкәре, Башҡортостандың атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре Иҙел Агишев — барлыҡ ғүмерен мәктәптәр астырыу кеүек изге эшкә бағышлаған кеше. Өфөләге иң тәүге башҡорт мәктәбе — 20-се башҡорт гимназияһынан башлап баш ҡалабыҙҙа асылған һәр башҡорт мәктәбендә уның ҡатнашлығы бар”. Күп тә үтмәне, уҙаманыбыҙ ҡатарына шундай уҡ ҡыйыу, тәүәккәл йөрәкле икенсе фидаи килде — Мөхәммәт Исҡужин. Улар йөктө икеһе бер төптән егелеп тартты. Шуныһы үкенесле: гел генә кәңәш итһәк тә, Мөхәммәт ағай хәтирәләр яҙып ҡалдыра алманы. Ғәжәп тыйнаҡ, тотанаҡлы Иҙел ағайыбыҙ ҙа үҙе хаҡында һаран ғына хәбәр итә: “1957 йылда тәүҙә Өфөнөң Черниковка биҫтәһендә урынлашҡан татар, башҡорт мәктәптәрендә эшләнем. Икеһе бер-береһенә яҡын ғына ине. 1958 йылда яңы бинаға күскәс, улар 72-се мәктәп булып китте, һәм татар теле фән булараҡ өйрәнелә башланы, ә башҡорт теле бөтөнләй бөтөрөлдө. 1959 йылда татар телен уҡытыу ҙа туҡтатылды, белем усағы тулыһынса урыҫ мәктәбенә әйләнде. Шул ваҡытта башҡорт мәктәбе асырға кәрәк тигән уй менән янып йәшәй башланым. Институтта эшләй башлағас та төп маҡсатымдан тайпылманым... 1958 йылда “Совет Башҡортостаны”на яҙған “Өфөлә башҡорт мәктәбе асырға кәрәк” тигән мәҡәләм иғтибарһыҙ ҡалғас, мәктәпте ҡапыл ғына асыу мөмкин булмаясағын аңланым һәм 1965 йылда Өфө ҡала мәғариф бүлегенә, Мәғариф министрлығына ата-әсәләрҙән йыйылған ҡултамғалар менән 1-се республика башҡорт мәктәп-интернатында (ә ул республиканың ауыл балаларына тәғәйенләнгәйне. — Авт.) ҡала балалары өсөн кластар асыуҙы һорап мөрәжәғәт иттем. Шуныһы ғәжәп: директор, ҡала мәғариф бүлеге — риза, ә министрлыҡ риза түгел...”
Был тәңгәлдә китап авторҙары биргән йыйнаҡ ҡына хрониканы күҙҙән үткәрһәң дә, мәсьәләнең ифрат ҡатмарлы тороуын, был бурысты атҡарыу өсөн ата-әсәләргә ниндәй ауырлыҡтар үтергә тура килеүен аңлап булалыр.
20-се мәктәптең барлыҡ йүнәлештәре 1967 йылда Мәғариф министрлығында үткәрелгән кәңәшмәлә асыҡ билдәләнгән булыуға ҡарамаҫтан, ҡала мәғариф бүлеге мәктәп асыуҙы төрлө сәбәп менән кисектереп килде. Шулай булыуға ҡарамаҫтан, Иҙел Агишев, Мөхәммәт Исҡужин, Әмир Сиражетдинов, Хәниф Вәлиев һәм уларҙың фекерҙәштәре ата-әсәләр араһында аңлатыу эшен туҡтатманы. 1967 йылдың йәйендә улар бер мәктәплек балалар йыйҙы, партияның Өлкә Комитетына һәм Министрҙар Советына 142 ата-әсәнең ҡултамғаһы ҡуйылған ғариза яҙҙы.
Әйткәндәй, әлеге ғаризаны 20-се мәктәп тарихында иң мөһим документ тип атарға була, уның күсермәһе ошо мәктәпте асыуға тос өлөш индергән Иҙел Агишевтың архивында һаҡланған.
Исемдәре көмөш таҡтаға алтын хәрефтәр менән яҙылырға лайыҡлы ошо 142 инсан — башҡорт телендә уҡытыуҙы бөтөртмәҫкә көс һалған, һәммәбеҙгә өлгә булырҙай шәхестәребеҙ, милли ғорурлығыбыҙ! Шул уҡ ваҡытта, йәшермәйек, бәндәләрҙең бөтәһе лә ал да гөл түгел ине (хатта әҙиптәр араһында ла ҡыуаҡ артына боҫоусылар осраны). Тәүге фиҙаҡәр уҡытыусыларыбыҙҙың береһе Бибинур Билалова әйтмешләй: “...ҡайһы бер яҙыусылар... ғаиләлә икеһе лә башҡорт була тороп та, балаларын уҡырға бирмәне. Тәүге башҡорт мәктәбен асыу мәсьәләһе ҡыл өҫтөндә торғанда ла бошонманылар. “Һеҙҙең әҫәрҙәрҙе кем уҡыр?” — тип әйтергә лә тура килде уларға”... Дөп-дөрөҫ! Мәҫәлән, “Һәнәк” журналы редакцияһынан юллаунамәгә ике генә әҙип ҡул ҡуйҙы, ә “Ағиҙел” журналы редакцияһы, Яҙыусылар Союзы әһелдәре бөтөнләй битараф ҡалды...
142 ата-әсәнең ҡултамғаһы менән нығытылып, КПСС-тың Башҡортостан Өлкә Комитетының беренсе сәркәтибе З.Н. Нуриев, БАССР Министрҙар Советы рәйесе З.Ш. Аҡназаров, БАССР мәғариф министры Ф.Х. Мостафина исеменә Иҙел Агишев, Мөхәммәт Исҡужин, Я. Мусин һәм ошо юлдарҙың авторы яҙған, мәсьәләне бәйнә-бәйнә аңлатҡан хаттар ебәрелде. Саҡырыу килде. Юғары түрәләр менән һөйләшергә И.М. Агишев, К. Ә. Әхмәтйәнов, Ә.Х. Вахитов, Ш.С. Бикҡолов уҙамандар китте. Фекер алышыуға баш ҡаланың ижади ойошмаларының партбюро сәркәтиптәре лә саҡыртылған. Оҙон һүҙҙең ҡыҫҡаһы шул: башҡорт мәктәбен юллаусылар, партияның өлкә комитеты сәркәтибе тарафынан хурлауҙарға, ғәйепләүҙәргә дусар була.
Башҡорт мәктәбен юллаусыларҙы күрәләтә милләтселектә ғәйепләүҙең шаһиты булған партбюро сәркәтиптәре яман хәбәрҙе түкмәй-сәсмәй ойошмаларына ҡайтып һөйләй, һүҙ ҡалаға тарала, урындағы һәр төрлө етәкселәр, ата-әсәләр күңеленә шом һалына. Ләкин шуныһын да онотмайҙар: бөйөк партиябыҙ 1963 йылда милли телдәрҙә сыҡҡан гәзиттәрҙе бөтөрөргә йыйынғанда шул уҡ ҡәһәрле интеллигенция вәкилдәре йылдам ҡаршы күтәрелде түгелме ни? Көтмәгәндә БАССР Мәғариф министрлығы һәм партия Өлкә Комитетының берлектәге кәңәшмәһендә ҡарар ҡабул ҡылына — Өфөнөң Красин урамындағы 91-се мәктәптә ике башҡорт класы һәм интернат асырға! “Ә шулай ҙа Өлкә Комитет сәркәтибе тынысланманы”, — тип яҙған И.М. Агишев КПСС Үҙәк Комитетының идеология бүлегенә һәм Башҡортостан Өлкә Комитетының беренсе сәркәтибе З.Н. Нуриевҡа юллаған хатында, сәбәбен дә аңлата.
Сәркәтип иптәш тағы ла бер сәбәп уйлап сығара: юллаунамәгә ҡултамға ҡуйған ата-әсәләрҙән балаларының тәғәйен исемлеген төҙөп тапшырыуҙарын ныҡыша. Тиҙ генә ҡуҙғалышып, был шартты ла үтәнек: I класҡа 34 баланың бөгөндән үк килергә әҙер булыуы күрһәтелде, шуларҙың алтауһы яҙыусыларҙың ул һәм ҡыҙҙары ине. Буш урын булмағанлыҡтан, беренсе ҡаттағы киң коридорҙың бер осон арҡыры бүлеп, бер тәҙрәле класс бүлмәһе яһалды, парталар ултыртылды. Беренсе уҡытыусы булып — Венера Заһит ҡыҙы Ураҡсина, тәрбиәсе вазифаһына Роза Ғаҡил ҡыҙы Ишемова килде (был эшкә тәүәккәлләү өсөн уларға ла ҡуш йөрәкле булыу кәрәк ине). Әммә уҡыу йылы башланып та өлгөрмәне, ата-әсәләрҙең тәүге йыйылышында уҡ ҡатмарлыҡ килеп сығып, изге эш тарҡала биреп ҡуйҙы: КПСС-тың ҡала комитетынан һәм ҡала мәғариф идаралығынан килгән ике вәкил башҡорт телендә уҡытыуҙың яман милләтселек шауҡымы икәнлеге менән ата-әсәләрҙе ҡурҡытып, күбеһе ғаризаларынан баш тартып ҡайтып китте. Ун бала ғына ҡалды класта... Шуларҙың дүртәүһе яҙыусыларҙыҡы — Әнүр Вахитовтың улы Азамат, Булат Рафиҡовтың ҡыҙы Гөлсәсәк, Зөфәр Ғәбсәләмовтың ҡыҙы Әлфиә һәм минең улым Сабит ине. Башыбыҙға таш яуһа ла сигенмәҫкә һүҙ беркетеп, беренсе уҡыу йылын башлап ебәрҙек. Миңә улымды көн дә Черниковка биҫтәһенең иң арғы осонан йөрөтөргә тура килә, Зөфәр Ғәбсәләмов иһә зәғиф-зәнки балаҡайын иртән эшкә барғанында елкәһендә ултыртып килтерер ҙә эш аҙағында алып ҡайтып китер ине. Хатта балаларыбыҙ ҙа, сабый ғына булһалар ҙа, ҡатмарлы хәлде яҡшы аңлағандай, күндәмлек күрһәтте. Әммә алдыбыҙҙа тағы ла тынғыһыҙ көрәш тора ине — махсус башҡорт мәктәбе астырыуға өлгәшеү.
Оҙаҡ тилмереп көткән мәктәбебеҙҙе, ниһайәт, 1970 йылдың сағыу ҡояшлы, йылы һәм йәмле 25 авгусында ҡыуанышып астыҡ. Ата-әсәләр бер-бер артлы сығып һүҙ һөйләй, эргәбеҙҙә балаларыбыҙҙың ҡыуаныслы ауаздары ишетелә, күптәребеҙҙең күҙендә шатлыҡ йәштәре мөлдөрәй. Төнөн ултырып “Бәхет һарайы” тигән шиғырымды яҙғайным, трибунанан шуны тулҡынланып уҡыным...
Тәүге директор Туғыҙаҡ Илһам улы Йәһүҙиндың, унан һуң Марат Мөхәмәтйән улы Хафизовтың фиҙаҡәр эшмәкәрлеге, тырышлығы арҡаһында мәктәптең матди-техник базаһы нығытылды, заманса юғары белемле, алдынғы ҡарашлы уҡытыусылар һәм тәрбиәселәр коллективы тупланды, ә иң мөһиме — ҡаршы көстәрҙең береһенә лә бирешмәй, уҡыу йортоноң милли йөҙөн һаҡлап ҡалыуға өлгәшелде. Марат Мөхәмәтйән улы юҡтан ғына : “Әгәр минән, 20-се мәктәп директоры булараҡ, хеҙмәтегеҙ нимәлә булды, тип һораһалар: “Иң мөһиме — 20-се мәктәпте башҡорт мәктәбе итеп һаҡлап алып ҡала алдыҡ, тип яуаплар инем”, — тимәй. 1992 йылда мәктәптең Фатима Мостафина исемендәге 20-се ҡала башҡорт гимназияһына әйләнеүе һәммәбеҙгә лә оло ҡыуаныс булды. Быларҙың барыһы ла китап биттәрендә киң сағылған. Фотоларҙан киләсәккә юл ярыусы остаздарыбыҙҙың, ҡайнар йөрәкле уҡытыусыларҙың, уҡыусыларҙың илһамлы йөҙҙәре баға, мәғлүмәтле яҙмалары тәрән уйҙарға һала. Төрлө уҡыу йылдарында мәктәпте тамамлағандарҙың ентекле исемлектәренең, юллау документтарының ҡушымта рәүешендә бирелеүе хикәйәтләүҙең тарихи нигеҙен нығыта, рухи йәһәттән һаман йоҡомһорап йөрөгән күптәребеҙҙең күҙен аса.
Ә ул заман геройҙарының иң алғырҙары Иҙел Миһран улы Агишев менән Мөхәммәт Ғәли улы Исҡужинды, йылдар уҙа барған һайын милли ғорурлығыбыҙ дәрәжәһенә күтәреп, икеһенең мыҡты бронза һынын үҙҙәре астыртҡан 20-се ҡала башҡорт гимназияһы алдында гранит постаментҡа ҡушарлатып баҫтыртыу теләге көсәйә. “Кем быға аҡса бирһен?”— тиерҙәр. Ләкин “кем”дән көтөп ятыу ярамаҫ — мәктәп астыртыу юлында ал-ял белмәгән өлкән быуындарыбыҙ өлгөһөндә үҙебеҙ ең һыҙғанып, илдән иғәнә йыйырға ла изге теләкте тиҙерәк бойомға ашырырға кәрәк. Ошо изге хыялды әлеге китапты, шулай уҡ “Башҡортостан” гәзитен уҡыусылар ҙа хуплар, тип уйлайым.
Йыһат СОЛТАНОВ.


Вернуться назад