Пермь крайы тауҙарында иҫән ҡалған берҙән-бер турист Өфөгә күсерелде

12 мартта кис көнө Пермь крайының Кваркуш яҫы таулығында иҫән-ҡалған берҙән-бер туристы санавиция менән Өфөгә алып килделәр.
«Пациентты санавиация менән килтерҙеләр һәм Ғ. Ҡыуатов исемендәге Республика клиник дауаханаһына һалдылар», — тип яҙа UfaNovosti.ru порталы Башҡортостандың Һаулыҡ һаҡлау министрлығы вәкилдәренә һылтанма менән.
«Башинформ» 67 йәшлек Сергейҙың хәле яҡшыра башлауы тураһында хәбәр иткәйне. Пермь крайы дауаханаһы табиптары пациенттың хәлен уртаса ауырлыҡта тип баһаланы.
Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, 20 февралдә Сергей дүрт дуҫы менән ҡаргиҙәрҙә Төньяҡ Уралға походҡа сығып киткән. Дуҫтар 24 февралдә кире ҡайтырға тейеш булған. 27 февралдә туғандары уларҙы эҙләй башлаған һәм Рәсәйҙең Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығы ҡотҡарыусыларына мөрәжәғәт иткән. Төркөм бер ҡайҙа ла теркәлмәгән. Улар туғыҙ көндән һуң табылған. Иң өлкән турист ҡына иҫән ҡалған.