Радий Хәбиров Талас ауылында Бөйөк Ватан һуғышы ветераны менән күреште

13 мартта Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров Стәрлетамаҡ районының Талас ауылында Бөйөк Ватан һуғышы ветераны, Стәрлетамаҡ районының почетлы гражданы Ғәбдрәшит Хәмит улы Әһлиуллиндың хәлен белешергә килде.
Ветеран республика етәксеһенә үҙенә 17 йәше тулғас та хәрби комиссариаттан повестка килеүе тураһында һөйләне. 1944 йылдың декабрендә уларҙы, яңы хеҙмәткә алыныусыларҙы, хәрби хеҙмәткә саҡырыу пунктынан Өфөнөң күнекмә полкына ебәрәләр, еңеү тураһында хәбәрҙе лә улар шунда ишетә. Ғәбдрәшит Әһлиуллин хеҙмәт иткән частың бер өлөшө Байкал аръяғы фронтына оҙатыла. Гитлер Германияһын еңгәндән һуң Япония менән һуғыш башлана. Ғәбдрәшит Хәмит улы уны тар-мар итеүҙә ҡатнаша.
«Мин 7 йыл армияла хеҙмәт иттем һәм 1951 йылда ғына тыуған яғыма ҡайттым. Ғүмерем буйы әҙерләү контораһында эшләнем. Радий Фәрит улы, һеҙгә республикабыҙ өсөн башҡарған эштәрегеҙ, яугирҙәргә һәм уларҙың ғаиләләренә күрһәткән ярҙамығыҙ өсөн рәхмәт», – тине Бөйөк Ватан һуғышы ветераны.
Радий Хәбиров үҙ сиратында Ғәбдрәшит Хәмит улын яҡынлашып килгән тыуған көнө менән ҡотланы, 15 мартта уға 99 йәш тула. Республика етәксеһе ветеранға генерал Шайморатов орденын тапшырҙы һәм ныҡлы һаулыҡ, рух күтәренкелеге теләне.
Ғәбдрәшит Әһлиуллин хәләл ефете Хәзәр Абдрахман ҡыҙы менән 72 йыл бергә ғүмер кисергән, 6 бала тәрбиәләп үҫтергән. Уларҙың 13 ейән-ейәнсәре һәм 9 бүлә-бүләсәре бар. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, 2025 йылда ветерандың ҡатыны донъя ҡуйған.
Киләһе йылда, Ғәбдрәшит Хәмит улына 100 йәш тулғас, модулле ауыл клубы өсөн нигеҙ һалырбыҙ, тип билдәләне Радий Хәбиров.
Ғәбдрәшит Әһлиуллиндың хәрби наградалары: «Ватан һуғышы» ордены, «Японияны еңгән өсөн», «Маршал Жуков» миҙалдары, Бөйөк Ватан һуғышында Еңеү хөрмәтенә юбилей миҙалдары. 2020 йылда ул «Стәрлетамаҡ районының почетлы гражданы» исеменә лайыҡ булды.
