Зыярат ҡылыу — изге ғәмәл03.07.2012
Зыярат ҡылыу — изге ғәмәлИюнь айының йәмле көнөндә Миәкә районының Илсеғол ауылы янындағы сәхәбәләр ерләнгән изге Нарыҫтауға республикабыҙҙың төрлө төбәктәренән, сит тарафтарҙан йәнә халыҡ ағылды. Быйыл да кеше күп булды — өс меңгә яҡын мосолман Аллаһ ризалығы өсөн изге ергә сауап алырға килде.

Ер йөҙөндәге барса халыҡтар өсөн ебәрелгән һуңғы пәйғәмбәр Мөхәммәт салләлаһу ғәләйһи үә сәлләм Ислам динен таратыу өсөн үҙенең сәхәбәләрен (сәхәбәләр — пәйғәмбәребеҙҙе күргән һәм уның менән бергә хаҡ дин өсөн көрәшкән заттар, уның яҡын дуҫтары, арҡаҙаштары) донъяның тәрлө тарафтарына ебәргән. Тарихсы Салауат Таймаҫов был хаҡта бына нимә тип яҙа: “Тарихи сығанаҡтар Башҡорт ерендә әле Ибн Фаҙлан килгәнгә тиклем үк Исламдың тарала башлауы хаҡында һөйләй. Шулай уҡ ХVI быуат уртаһында Ҡазан тарихсыһы Шәрәфетдин ибн Хисаметдиндың раҫлауынса, 630 йылда уҡ Мөхәммәт пәйғәмбәр Башҡорт-Булғар еренә Ислам динен таратыу өсөн үҙенең арҡаҙаштарын — Абдрахман ибн Зөбәйерҙе, Зөбәйер ибн Зәйетте, Талха ибн Усманды ебәрә”. Тарихсы шулай уҡ Ислам динен ҡабул иткән тәүге башҡорттарҙың береһе — Әй буйының аҫабаһы Айытҡол Зәйет (Заһит) улының, артабан Ағиҙел, Дим, Ыҡ, Ҡармасан, Сәрмәсән буйҙарынан башҡорт мосолмандарының исемдәрен һанап сыға.
Зыярат ҡылыу — изге ғәмәлТарихи мәғлүмәттәр буйынса (“Булғар музейы” сайтында бар), 630 йылда Волга буйында Булғар дәүләте әлегә булмаған. Булғарҙар 700-сө йылдар аҙағында урынлаша башлай, тимәк, сәхәбәләр килгәндән һуң ике йөҙ йыл самаһы ваҡыт үткәс кенә. Быларҙың барыһы ла тарихи факт.
Баш ҡалабыҙ Өфө урынында, академик Н. Мәжитовтың асыштарына таянып, 1500 йыл элек башҡорттар йәшәгән тип әйтә алабыҙ. Бынан тыш та, шул осорҙа биш-алты ҡала булғанлығы билдәле. Ул ваҡыттағы дәүләттәр араһындағы сауҙа бәйләнеше, һуғыш, баҫып алыу кеүек сәйәси-тарихи ваҡиғаларға ҡарап фекер йөрөткәндә, Ислам динен шул заманда Башҡортостан ерендә таратыу мөмкинлеге бәхәсһеҙ, ти тарихсылар. Халыҡ ижадында сәхәбәләрҙең башҡорттар араһында булыуы, ҡайһыларының ошонда ерләнеүен бәйән иткән риүәйәт, легендалар ҙа бар. Һуңғы йылдарҙа яҡташтарыбыҙ ике сәхәбәнең Башҡортостанда ерләнеүе тураһында Ер шарының төрлө тарафтарынан мәғлүмәт алып ҡайтҡыланы. Мәҫәлән, бер төркөм мосолман Истанбулда йәшәгән бөтә донъяға билдәле Осман Нури Топбаш менән осраша. Ишан Мөхәммәт пәйғәмбәрҙең башҡорттарға Исламды таратыу өсөн өс сәхәбәһен ебәреүе хаҡында һөйләгән.
Ә былтыр Төньяҡ Кипрҙа көн иткән бөйөк шәйех, пәйғәмбәребеҙҙең ҡырҡынсы быуын әүлиәләр солтаны Сәиди Мөхәммәт Нәҙим әл Хаҡҡаниҙың ошо хаҡта дәлилләүе икеләнергә урын ҡалдырманы. Әүлиә сәхәбәләрҙең ятҡан урынын да әйтеп бирә. Был ерҙең бик ҡөҙрәтле, нурлы, бәрәкәтле булыуы хаҡында һөйләй һәм Башҡортостандан барған мосолмандарға мәғлүмәтте халыҡҡа еткерергә, ҡәберҙе табып, төҙөкләндерергә ҡуша. Шәйехтең был хәбәре бөтә донъяға тарала, сөнки ул көн һайын Интернет аша кешелек донъяһына Аллаһтың барлығын һәм берлеген дәлилләгән күренештәр, планетабыҙҙың, кешелектең киләсәге тураһында хәбәрҙәр биреп тора. Әйткәндәй, былтыр Рим папаһы Бенедикт ХVI Кипр утрауына уның менән осрашырға килде. Европа илдәрендә, Малайзияла, Пакистанда, Сингапурҙа, Төньяҡ Америкала, Шри-Ланкала шәйехтең меңәрләгән мөрите бар. Бөгөн рухлы мосолмандарыбыҙ әүлиәләр ерләнгән тауҙарҙы, изге урындарҙы барлай, мәғлүмәттәр йыя.
Шулай итеп, шәйех Нәҙим әл Хаҡҡаниҙың фатихаһы менән Нарыҫтау башындағы боронғо ҡәберлек төҙөкләндерелеп, көмбәҙле аҡ сатыр эсенә алынды, һәм былтыр йәй ошонда мосолмандарҙың оло йыйыны уҙғарылды. Изге зыярат янында пәйғәмбәребеҙ һәм сәхәбәләребеҙ, ишан-әүлиәләребеҙ рухына илебеҙ һәм еребеҙҙең, кешелектең, мосолман донъяһының именлеге өсөн Аллаһы Тәғәләгә доға ҡылынды. Халыҡ тау аҫтындағы сәхрәлә аҡһаҡалдарҙың уйға һалырлыҡ фәһемле вәғәз-сығыштарын тыңланы. Яланда яңғыраған аҙан тауышы, ҡөрьән аяты йәнгә сихәт бирҙе, күмәкләп зекер әйтеү йөрәктәрҙе сафландырҙы.
Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, ошондай йыйындарҙың әһәмиәтен юҡҡа сығарырға маташыусылар ҙа бар. Улар сәхәбәләр һәм әүлиәләргә зыярат ҡылыуҙы шиккә алырға маташа. Изге зыяраттарҙы емереү генә етмәгән, Нарыҫтауҙа ерләнгән сәхәбәләрҙең ҡәбер ташын боҙоу, яҙыуҙарына зыян килтереү башланды. Тарихтан билдәле булыуынса, ХIХ быуатта ваһһабистар Ғәрәбстандағы сәхәбәләрҙең ҡәберҙәрен юҡҡа сығара. Бөгөн килеп беҙҙә лә ошо хәлде дауам итергә теләүселәр табылды. Ә бит пәйғәмбәребеҙ: “Минең сәхәбәләрем күктәге йондоҙ һымаҡ, ҡайһыһы артынан барһағыҙ ҙа аҙашмаҫһығыҙ”, — тигән. Ошо уҡ бәндәләр халыҡ араһында ялған хәбәр тарата. Йәнәһе, ҡәберҙәргә табыныр өсөн йөрөйҙәр, үлгәндәрҙән ярҙам һорайҙар, имеш... Киреһенсә, тап ошондай йыйындарҙа ғилемле хәҙрәттәр зыярат ҡылыуҙың тәртибен, маҡсатын аңлата, кешеләрҙе хата юлға төшөүҙән иҫкәртә.
Мәҫәлән, был юлы Белорет ҡалаһы һәм районы имам-мөхтәсибе Исмәғил хәҙрәт ҡәберҙәрҙе тәүәф ҡылыу (ете ҡат урап сығыу) фәҡәт Ҡәғбәтуллала ғына башҡарыла торған йола икәнен, ағастарға бау, сепрәк бәйләү, ҡәбер ташына хәйер һалыу, әруахтарҙан ярҙам һорау бөтөнләй ярамаған эш, гонаһ икәнлеген аңлатты. “Беҙ фәҡәт Аллаһҡа ғына мөрәжәғәт итеп, унан ғына ярҙам һорарға тейешбеҙ. Бөгөн күмәкләп йыйылып Аллаһҡа зекер әйтәбеҙ икән, уның изге әруахтарға ғына түгел, тотош халыҡҡа, еребеҙгә, илебеҙгә бәрәкәте бар”, — тине ул.
“Әүлиәләр ҡәберенә табыныр өсөн түгел, хәйер-доға ҡылыр өсөн барабыҙ, — тигәйне Бөтә Рәсәй Үҙәк диниә назараты мөфтөйө Тәлғәт хәҙрәт Тажетдин Башҡортостан радиоһына биргән интервьюһында. — Йыйылышыу насармы ни? Пәйғәмбәребеҙ, Аллаһы Раббым минең өммәтемде һаташыу-аҙашыуға йыймаҫ бер ҡасан да, ти. Ошондай йыйындарҙа кәңәшләшәбеҙ, бер-беребеҙҙән үрнәк алабыҙ, аят-доғалар уҡып, тәүбәләр ҡылабыҙ. Бында имандың ҡеүәтләнеүенән башҡа бер нәмә лә юҡ. Кирегә тартыусыларҙың ғәйеп итеүенең төбөндә шул ята: улар мәйеткә доға ҡылыуҙың файҙаһы юҡ, үлде лә бөттө, ти. Үҙ заманында халҡыбыҙға дин өйрәткән, файҙалы ғилемдәр биреп ҡалдырған хәҙрәттәрҙе, ишандарҙы иҫкә алыу, ҡәберҙәрен табып, төҙөкләндереү, зыярат ҡылыу, рухтарына бағышлап аят-сүрәләр уҡыу — изге ғәмәлдәрҙең береһе...”
Сәхәбәләр ҙә, шаһиттар ҙа шул уҡ әүлиәләр. Әгәр ҙә кемдер “үлгән әүлиәләрҙе иҫкә алыуҙан файҙа юҡ” тип иҫәпләп, ҡәбер таштарын аҡтарып ырғыта икән, Аллаһтың үҙенә ҡаршы сыға түгелме һуң улар?

* * *
Йыйындың башынан аҙағынаса һауала иҫ китмәле ҙур бер бөркөт, күк һаҡсыһылай, халыҡ өҫтөнән өйөрөлөп-сөйөрөлөп осто ла осто... Ә инде зекер әйтеү башланғас, бихисап ҡоштар ике ҙур түңәрәккә бүленеп, баш өҫтөндә әйләнә башланы. Әйтерһең дә, улар ҙа беҙҙең изге ниәттәребеҙҙе аңлап, сәхәбәләргә сәләмдәрен, аманаттарын тапшырырға килгән.
Әлфиә БАТТАЛОВА.


Вернуться назад