Февралдә башланғанҠулына диплом алған Рәлисте район гәзитендә ҡуш ҡуллап ҡаршы алдылар.
— Как раз бер кеше кәрәк ине, — тип уны ауыл хужалығы бүлегенә ултыртып ҡуйҙылар.
Бер нисә көндән районда яҙғы баҫыу эшен йомғаҡлау йыйылышы булды. Унда Рәлисте ебәрҙеләр.
— Иғтибар менән тыңлап ултыр, арыу ғына мәҡәлә яҙырһың, — тип мөхәррир ҡолағына киртеп ҡуйҙы.
Сығыш яһаусының һәр һүҙен блокнотына элеп ултырҙы егет. Айырыуса “Быйыл баҫыу эштәре былтырғыға ҡарағанда бер аҙнаға алдан тамамланды” тигән һүҙҙәрҙе Рәлис кәртәләп үк ҡуйҙы.
Редакцияға ҡайтҡас, элек нисегерәк яҙғандар икән тип, бынан алдағы тупланмаларҙы ҡараштыра башланы һәм йыл һайын сәсеүҙе теүәл бер аҙнаға алдан башлауҙары хаҡында белде.
Ултыра торғас, Рәлис шундай фекергә килде — быйыл сәсеү эштәре февраль айында уҡ башланырға тейеш була түгелме һуң?
Бәхәсләшәләр бит әле... — Һаумыһығыҙ, был Салауат районымы?
— Эйе.
— Һеҙҙе телевидениенан борсойҙар ине. Бында бер бәхәс килеп сыҡты бит әле, ярҙам итмәҫһегеҙме?
— Тыңлайым.
— Коллегаларыма Салауат ҡалаһы Салауат районында урынлашҡан тигәйнем, рәхәтләнеп көлөргә тотондолар. Мин хаҡлы бит, эйеме?
— Эйе, эйе, һеҙ тап дөрөҫөн әйтәһегеҙ! — тине телефон сымының теге осондағы әфәнде, мыҫҡыллы йылмайып.
— Мин дә шулай тим шул. Әтеү бындағы томаналар минең менән бәхәсләшкән була бит әле.
Нисек йәшәр? — Ҡарале, һеҙ минең улымды отпускка ебәрәһегеҙ икән. Мин быға ҡырҡа ҡаршы!
— Апай, ошондай матур мәлдә улығыҙға ял тәтегәнгә рәхмәт кенә әйтегеҙ.
— Уныһы шулай ҙа ул, тик бына иремдең дә, үҙемдең дә отпуск сентябрҙә. Беҙ Ҡара диңгеҙгә китһәк, бәпесебеҙ яңғыҙы нисек йәшәр һуң?
Венер ИСХАҠОВ.