Республикала күп балалы әсәләр «Әсәлек даны» миҙалы менән бүләкләнде

Башҡортостанда республика Башлығының «Күп балалы әсәләрҙе «Әсәлек даны» миҙалы менән бүләкләү тураһында» указы сыҡты. «Башинформ» ҡарамағында ошондай документ бар.
Был юғары наградаға беҙҙең республикала йәшәгән 50 әсә лайыҡ булды. Бүләкләнеүселәр араһында республика райондарынан, шулай уҡ Сибай, Стәрлетамаҡ һәм Өфө ҡалаларынан ҡатын-ҡыҙҙар бар ине. Бүләкләнеүселәрҙең күбеһе Баймаҡ, Белорет һәм Күгәрсен райондарынан.
Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, Башҡортостанда «Әсәлек даны» миҙалы 1998 йылда булдырылған. Был награда, республика ҡануниәтенә ярашлы, биш һәм унан күберәк бала тәрбиәләгән ҡатын-ҡыҙҙарға тапшырыла.