Башҡортостанда хәбәрһеҙ юғалғандарҙың бишәүһе үле килеш табылған

«Лиза Алерт Башҡортостан» эҙәрмәндәр отряды 2026 йылдың феврале өсөн статистика мәғлүмәттәре менән таныштырҙы.
Ирекмәндәр мәғлүмәте буйынса, бер айҙа отрядҡа республикабыҙҙа юғалған кешеләрҙе эҙләү өсөн 59 ғариза килгән. Уларҙың 41-е иҫән-һау табылған, бишәүһе һәләк булған. Һигеҙ ғариза раҫланмаған.
Табылмаған кешеләрҙе эҙләү эштәре дауам итә: белдереүҙәр таратыла, танытмалар тикшерелә.
Эҙәрмәндәр отрядының 8 (800) 700-54-52 телефоны тәүлек әйләнәһенә эшләй.