47 ҡатын-ҡыҙ әсә булған.

Халыҡ-ара ҡатын-ҡыҙҙар көнө Башҡортостандың 47 ғаиләһе ҡыуаныслы ваҡиға кисергән. 8 мартта республикала 22 ҡыҙ һәм 25 малай донъяға килгән, тип хәбәр итте республиканың һаулыҡ һаҡлау министры Айрат Рәхмәтуллин.
«Бәхетле ғаиләләрҙе сабыйҙары тыуыуы менән ҡотлайым!», — тип билдәләне министр.