Белоретта ишле ғаиләлә күптән көтөлгән малай тыуған10.03.2026

Белоретта ишле ғаиләлә күптән көтөлгән малай тыуған

Фото: Башҡортостандың Юстиция эштәре буйынса дәүләт комитеты | Владимира Спеле

Халыҡ-ара ҡатын-ҡыҙҙар көнө алдынан Белоретта йәшәгән Повираевтар ғаиләһендә ҡыуаныслы ваҡиға булған. Күп балалы атай Иван Викторовичтың ғаиләһендә алтынсы сабый – көтөп алған улдары донъяға килгән. Ата-әсә уға Дмитрий тип исем ҡушҡан.

Апайҙары Мария, Анна, Алла, Ярослава һәм Ксения «батыр»ҙың тыуыуын түҙемһеҙләнеп көткән.

Бынан алдараҡ «Башинформ» республикала 2026 йыл Ҙур һәм татыу ғаилә йылы тип иғлан ителеүе тураһында хәбәр иткәйне.

https://www.bashinform.ru/news/social/2026-03-10/v-bashkirii-v-mnogodetnoy-semie-rodilsya-dolgozhdannyy-malchik-4607849



Вернуться назад