Республика райондарының береһендә һауа температураһы -40° тиклем түбәнәйҙе10.03.2026

Республикаға аномаль һыуыҡтар килде.

Фото: Ксения Калинина | ИА Башинформ

Башҡортостан Республикаһы буйынса Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығының матбуғат хеҙмәте хәбәр итеүенсә, 10 мартта төндә Ҡариҙел районының Ҡариҙел ауылында һауа температураһы -43° тиклем түбәнәйҙе. Ҡыйғы районының Йосоп ауылында бер аҙ  «йылыраҡ» – 38°.

Ғәҙәттән тыш хәлдәр ведомствоның фаразы бойомға ашты. Бынан алдараҡ Башҡортостан буйынса Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығы аномаль һыуыҡтар тураһында иҫкәрткәйне.

https://www.bashinform.ru/news/social/2026-03-10/v-odnom-iz-rayonov-bashkirii-stolbiki-termometrov-opustilis-nizhe-40-4607370

Ҡариҙел ауылы Фото: Башҡортостан буйынса Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығы | телеграм
Ҡыйғы районы, Йосоп ауылы Фото: Башҡортостан буйынса Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығы | телеграм


Вернуться назад