Башҡортостанда юл фажиғәһендә иҫән ҡалғандарҙың хәле тураһында билдәле булды
Кисә Ҡырмыҫҡалы районында өс еңел автомобиль бәрелешкән. «Башинформ» хәбәр иткәнсә, юл фажиғәһендә алты кеше йәрәхәтләнгән, улар араһында ике бала бар.
Башҡортостандың һаулыҡ һаҡлау министры Айрат Рәхмәтуллин мәғлүмәттәре буйынса, биш пациент Өфө дауаханаларына оҙатылған. Дүртәүһенең хәле уртаса ауырлыҡта тип баһалана, береһенең хәле ауыр. Уларҙың барыһына ла медицина ярҙамы күрһәтелә.
Ҡариҙел районында теркәлгән юл һәләкәтендә биш кешенең ғүмере өҙөлгән. Бөрө үҙәк район дауаханаһы табиптары тағы ике кешенең ғүмерен һаҡлап ҡалыу өсөн көрәшә, тип белдерҙе министр. Ике пациент та үтә ауыр хәлдә реанимация бүлегендә ята. Хәлдәре тотороҡланғас, уларҙы Өфө медицина учреждениеларына күсерәләр.