Башҡортостан халҡын ике ҡыҫҡа эш аҙнаһы көтә10.03.2026

Республикала, тотош Рәсәйҙәге кеүек үк, аҙнаһына биш көн эшләгән хеҙмәткәрҙәрҙе рәттән ике ҡыҫҡа эш аҙнаһы көтә.

Фото: Ксения Калинина | Башинформ

Быйыл мартта Башҡортостанда йәшәүселәрҙе Халыҡ-ара ҡатын-ҡыҙҙар көнө һәм Ураҙа байрамы уңайынан ике дүрт көнлөк эш аҙнаһы көтә.

Беренсе аҙна – 10 марттан 13-нә тиклем. Быйыл Халыҡ-ара ҡатын-ҡыҙҙар көнө 8 мартта билдәләнде, байрам йәкшәмбегә тура килгәс, ял көнө дүшәмбе, 9 мартҡа күсерелде.

Икенсе аҙна – 16 марттан 19-на ҡәҙәр. Быйыл Ураҙа байрамы йома, 20 мартта, билдәләнә. Дүрт көнлөк эш аҙнаһынан һуң өс көнлөк ял башлана: 20, 21 һәм 22 март. Бынан тыш, кесаҙна, 19 март, байрам алды көнө булғанлыҡтан эш ваҡыты бер сәғәткә ҡыҫҡартыла.

https://www.bashinform.ru/news/social/2026-03-10/zhiteley-bashkirii-ozhidayut-dve-korotkie-rabochie-nedeli-podryad-4607400



Вернуться назад