Хәҙер күп балалы ғаиләләргә үҙҙәре менән ҡағыҙ танытма йөрөтөү мотлаҡ түгел. Льготаны MAX мессенджерында QR-код менән раҫларға мөмкин.
Электрон QR-код ҡағыҙ танытма кеүек үк юридик көскә эйә булған һеҙҙең һанлы ID нигеҙендә булдырыла, тип белдерҙеләр Рәсәй Социаль фондының республика бүлексәһендә.
QR-кодтың ҡайҙа кәрәк булыуы ихтимал:
- музейҙарға һәм театрҙарға бушлай барыу
- магазиндарҙа ташламалар
- йәмәғәт транспортында льготалы йөрөү хоҡуғы
- социаль хеҙмәттәр алыу.
MAX-та QR менән эш өсөн нимә кәрәк?
- Дәүләт хеҙмәттәрендә раҫланған иҫәп яҙмаһы
- Кешене таныу функцияһы булған смартфон (биометрия юҡ икән, уны күп функциялы үҙәктә, банктарҙа юлларға йәки яңы өлгөләге сит ил паспорты буйынса теркәргә мөмкин)
- Һеҙгә 18 йәш тулған булырға тейеш.
Шәхесте раҫлағандан һуң ҡушымта автоматик рәүештә Дәүләт хеҙмәттәре порталынан льготаның QR-кодын ебәрә.