Өфөнөң юл полицияһы 8 Март – Халыҡ-ара ҡатын-ҡыҙҙар көнөнә арналған акция үткәрә.

«Сәскәләр патруле» рулдәге ҡатын-ҡыҙҙарҙы туҡтата. Документтарҙы тикшереү урынына улар гүзәл заттарға сәскәләр бүләк итәләр.
Халыҡ-ара ҡатын-ҡыҙҙар көнө алдынан уҙғарылған акция күптән изге йолаға әүерелгән.