Башҡорт йырсыһы Гөлназ Асаева аварияла зыян күреүселәргә ярҙам итәсәк06.03.2026

Башҡорт йырсыһы Гөлназ Асаева аварияла зыян күреүселәргә ярҙам итәсәк

Фото: Башҡортостан ДАИ-һы

Башҡортостандың атҡаҙанған артисы Гөлназ Асаеваның яңыраҡ ҡурҡыныс аварияға эләгеүе хаҡында яҙғайныҡ. Унда дүрт кеше зыян күрҙе, йырсы үҙе лә төрлө йәрәхәттәр менән дауаханала ятып сыҡты. 

Әле артист 10 мартта Туймазыла концерт үткәрергә йыйына. Тамашанан килгән аҡса аварияла зыян күреүселәргә йүнәлтеләсәк. 

«Асаеваның авариянан һуң тәүге сығышы 10 мартта Туймазы ҡалаһында була. Гөлназ үҙе концерттан килгән аҡсаны зыян күреүселәргә ярҙамға йүнәлтергә ҡарар итте. Улар менән көн һайын бәйләнештә тора, авариянан һуң реабилитациялау өсөн кәрәкле белгестәрҙе табырға ярҙам итә», — ти йырсының концерт директоры Вадим Фәтхинуров.



Вернуться назад