Сибайҙа Павловтарҙың ишле ғаиләһендә туғыҙынсы бала тыуған06.03.2026

Сабый ғаиләлә өсөнсө ҡыҙ булып донъяға килгән.

Фото: Башҡортостан Юстиция эштәре буйынса дәүләт комитетының матбуғат хеҙмәте / Владимир Спеле

14 февралдә Сибайҙа Ксения һәм Николай Павловтарҙың ишле ғаиләһендә ҡыуаныслы ваҡиға булған. Уларҙың туғыҙынсы балаһы тыуған. Өйҙә кескәй ҡыҙсыҡты ағай-апайҙары Мария, Матвей, Макар, Александр, Никита, Мирон, Анастасия, Степан көтә ине, тип хәбәр итә Башҡортостандың Юстиция эштәре буйынса дәүләт комитеты рәйесе Владимир Спеле.

Дәүләт комитеты етәксеһе һүҙҙәренсә, Башҡортостан Дәүләт Йыйылышы депутаты Денис Назаровтан ғаиләгә фотоальбом һәм «Яңы тыуған балаға» бүләктәр йыйылмаһы тапшырылған.

https://www.bashinform.ru/news/social/2026-03-06/v-mnogodetnoy-semie-pavlovyh-iz-bashkirii-rodilsya-devyatyy-rebenok-4604756



Вернуться назад