8 Март уңайынан республика халҡын оҙайлы ялдар көтә06.03.2026

Ял көндәре 7 марттан 9-ына тиклем дауам итә.

Быйыл 8 март байрамы йәкшәмбегә тура килә. Тимәк, ял көнө дүшәмбе, 9 мартҡа, күсерелә. Шулай итеп, аҙнаһына биш көн эшләгән хеҙмәткәрҙәр өс көн рәттән: 7, 8 һәм 9 мартта ял итә ала.

Шул уҡ ваҡытта 6 мартта эш көнө ҡыҫҡартылмай, сөнки байрам алды көнө булып тормай.

Дәүләт хеҙмәт инспекцияһында белдереүҙәренсә, 8 мартта эшләгән (график буйынса, вахта һәм башҡалар) хеҙмәткәрҙәр өсөн — ике (Рәсәй Хеҙмәт кодексының 153-сө статьяһы), 9 мартта бер көнлөк эш хаҡы ҡаралған. 7, 8 һәм 9 мартта ял итергә тейешле хеҙмәткәрҙе уның яҙма ризалығы менән генә эшкә йәлеп итергә мөмкин, түләү икеләтә күләмдә башҡарыла йәки ял көнө бирелә.

https://www.bashinform.ru/news/social/2026-03-06/zhiteley-bashkirii-zhdut-prodolzhitelnye-vyhodnye-v-chest-8-marta-4604226



Вернуться назад