Һауа торошоноң боҙолоуына бәйле юлдарҙа сикләүҙәр индерелгәйне.
«5 мартта көндөҙгө сәғәт 3-тә М-5 Урал автомобиль юлында (Өфө һәм Иглин райондарында) пассажир автобустары, маршрут таксиҙары, йөк транспорты өсөн сикләү ғәмәлдән сығарылды. Әлеге ваҡытта бөтә юлдар ҙа асыҡ», — тип белдерҙеләр Башҡортостандың Ғәҙәттән тыш хәлдәр буйынса дәүләт комитетында.