Өфөлә Башҡорт ҡоролтайы ифтар ойошторҙо05.03.2026

Байрам ифтарында башҡорт халҡының боронғо «Урал батыр» эпосына арналған фекер алышыу уҙҙы.

Фото: Рәмил Нафиҡов / Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы

4 мартта, изге Рамаҙан айының 14-се көнөндә, Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы Өфөлә йәмәғәт ойошмаһы ағзалары, дуҫтары һәм фекерҙәштәре өсөн ифтар ойошторҙо. Сара бик йәнле, йәмле, бай йөкмәткеле, берҙәмлек, бер-береңә ҡарата оло хөрмәт сағылышы булды, тип хәбәр иттеләр ойошманың матбуғат хеҙмәтендә.

Хәләл кафела ойошторолған ифтарҙа ҡоролтайҙың президиум, башҡарма комитет, Аҡһаҡалдар ҡоро ағзалары, назарат, йәмғиәт ойошмалары, министрлыҡтар, ведомстволар вәкилдәре, матбуғат һәм киң мәғлүмәт саралары, мәҙәниәт хеҙмәткәрҙәре, Дәүләт Йыйылышы –  Ҡоролтай депутаттары, эшҡыуарҙар, МХО яугирҙәре, блогерҙар, ирекмәндәр ҡатнашты.

Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы президиумы рәйесе, Рәсәй Дәүләт Думаһы депутаты Эльвира Айытҡолова сәләмләү һүҙендә бындай сараның шәфҡәтлелек билдәһе булыуҙан тыш, ватандаштарҙы дөйөм ҡиммәттәр тирәләй туплауы, илһөйәрлек, тарихыбыҙға һәм хәҙергебеҙгә ҡарата ихтирам тойғоһон тәрбиәләүе тураһында әйтте.

Байрам ифтарында изгелектең яуызлыҡ менән көрәше, үлемһеҙлек эҙләү һәм донъяның яралыуы тураһында боронғо «Урал батыр» эпосына арналған фекер алышыу булды.

Махсус хәрби операцияла ҡатнашыусыларға һәм уларҙың ғаиләләренә айырыуса иғтибар бүленде. Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы рәйесе, Дәүләт Йыйылышы депутаты, Башҡортостан Фәндәр академияһының Стратегик тикшеренеүҙәр институты ғилми хеҙмәткәре Юлдаш Йосопов спонсорҙарҙан бүләктәр һәм сертификаттар тапшырҙы. МХО-ла ҡатнашыусыларға һәм госпиталдәргә ярҙам күрһәткән өсөн ирекмәндәр ҙә Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайының рәхмәт хаттары менән билдәләнде.

Башҡортостан мосолмандарының Диниә назараты рәйесе Айнур Бирғәлин ифтарға фатихаһын бирҙе. Ул йәмәғәт намаҙы уҡырға саҡырҙы, унан һуң ҡатнашыусылар өҫтәл артына йыйылып, хәйриә юлындағы хеҙмәттәшлек өсөн бер-береһенә рәхмәт белдерҙе.

Ифтарҙы ҡурайсылар һәм «Йатаған» этно-төркөмөнөң сығыштары биҙәне. «Башҡортостан этно һылыуҡайы-2026» төбәк этник матурлыҡ һәм таланттар конкурсы финалсылары дизайнер, «Сәрби» ательеһы етәксеһе Саимә Хәсәнованың «Таң һылыуы» коллекцияһын күрһәтте.

https://www.bashinform.ru/news/social/2026-03-05/v-ufe-vsemirnyy-kurultay-bashkir-organizoval-iftar-4603169



Вернуться назад