Социаль фонд республика ҡатын-ҡыҙҙарына 76,4 мең һум күләмендә түләүҙәр тәғәйенләне05.03.2026

2026 йылдан башлап тәүге тапҡыр «Герой-әсә» исеменә лайыҡ булған ҡатын-ҡыҙҙарға айлыҡ түләү тәғәйенләнә.

Фото: стоп-кадр / Россия 24

Башҡортостандың Социаль фонды бүлексәһенән хәбәр итеүҙәренсә, 2026 йылдың башынан герой-әсәләр өсөн яңы ярҙам саралары күрһәтелә.

— Рәсәй президенты Владимир Путиндың указы менән Башҡортостанда «Герой-әсә» исеменә лайыҡ булған ҡатын-ҡыҙҙарҙың пенсияһына өҫтәмә һәм айлыҡ аҡсалата түләү тәғәйенләнә, — тип билдәләнеләр ведомствола.

Айлыҡ аҡсалата түләү «Герой-әсә» исемен алған көндән алып ғаризаһыҙ тәртиптә тәғәйенләнә, ләкин 2025 йылдың 1 ғинуарынан һуң ғына. Түләүҙең күләме йыл һайын индексацияланырға тейеш. 2026 йылдың 1 февраленән айлыҡ аҡсалата түләү 5,6% арттырылды (76,4 мең һум).

Әлеге көнгә ҡарата Социаль фондтың Башҡортостан буйынса бүлексәһе республикала йәшәгән 10 герой-әсәгә айлыҡ аҡсалата түләү тәғәйенләгән.

https://www.bashinform.ru/news/social/2026-03-05/sotsfond-naznachil-vyplaty-v-razmere-76-4-tysyachi-rubley-zhenschinam-iz-bashkirii-4603029



Вернуться назад