Башҡортостандың халыҡ артисы Заһир Зәйнетдинов яҡын кешеһен юғалтҡан05.03.2026

Башҡортостандың халыҡ артисы Заһир Зәйнетдинов яҡын кешеһен юғалтҡан

Фото: Заһир Зәйнетдинов / социаль селтәрҙәр

Башҡортостандың халыҡ артисы Заһир Зәйнетдинов өләсәһен юғалтҡан. Музыкант социаль селтәрҙәге сәхифәһендә яҡыны менән бәхилләшергә ҡайтып өлгөрмәүенә үкенеүе тураһында яҙған.

«Был хәл көтмәгәндә, алыҫ сәфәрҙә сағымда булды. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, мин уны һуңғы юлға оҙата алманым. Өләсәйемде бик ярата инем», – тип ҡайғыһы менән уртаҡлаша Заһир.

Шулай ҙа артист өләсәһе иҫән сағында уның хыялын тормошҡа ашырып өлгөргән.

«Бер нисә йыл элек беҙ өләсәйем 40 йылдан ашыу ҡарап, таҙартып торған шишмәне төҙөкләндерҙек. Хәҙер был шишмәне «Тутыя» шишмәһе тип йөрөтәләр. Өләсәйем тураһында яҡты иҫтәлек күңелдәребеҙҙә һаҡланһын өсөн ғүмерем буйына ошо урынды тәрбиәләп торорға вәғәҙә бирәм», — ти Заһир Зәйнетдинов.

https://www.bashinform.ru/news/social/2026-03-05/narodnyy-artist-bashkirii-zagir-zaynetdinov-poteryal-blizkogo-cheloveka-4602559



Вернуться назад