Өфө туристары Берләшкән Ғәрәп Әмирлектәренән ҡайта алмай04.03.2026

Өфө туристары Берләшкән Ғәрәп Әмирлектәренән ҡайта алмай

Фото: Ксения Калинина / «Башинформ» агентлығы архивы

Икенсе көн рәттән Берләшкән Ғәрәп Әмирлектәре аэропорттарынан Өфөгә рейстар туҡтатыла.

«Башинформ» асыҡлауынса, Flydubai авиакомпанияһының FZ 985 рейсы 3 мартта төнгө 3 тула 15 минутта уҡ Өфөгә төшөргә тейеш ине. Ләкин осош ваҡыты 4 мартҡа күсерелде һәм йәнә ғәмәлдән сығарылды. 5 мартта ла Дубайҙан самолеттарҙың осоуы көтөлмәй.

Шарджанан самолеттар менән дә шундай уҡ хәл. 3 мартта Air Arabia авиакомпанияһының G9 931 рейсы туҡтатылды. Осош ваҡыты бер көнгә күсерелде. Борт 5 мартҡа ҡарай төндә Өфөлә булырға тейеш ине. Ләкин был осош та башҡарылмай.

Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, 28 февралдән һуң Яҡын Көнсығышта авиабәйләнеш туҡтап ҡалды. Рәсәй туристары өйҙәренә ҡайта алмай – Дубай, Абу-Даби һәм Шарджа аэропорттарында ғына 3,4 меңдән ашыу рейс ғәмәлдән сығарылды.

Рәсәйгә тәүге самолет (Абу-Дабиҙан Мәскәүгә) 2 мартта ғына осто. Әле илебеҙгә 1,5 меңдән ашыу кеше ҡайтты. Рәсәй туроператорҙары ассоциацияһы мәғлүмәттәре буйынса, хәҙерге ваҡытта Яҡын Көнсығыш илдәрендә 52 меңгә яҡын граждан булырға мөмкин.

Һауа транспорты агентлыҡтары ассоциацияһы етәксеһе Дмитрий Горин һүҙҙәренсә, әгәр тәүлегенә 3-4 мең пассажирҙы алып ҡайтыу темпы һаҡланһа, туристарҙы сығарыу ике аҙнаға һуҙылыуы ихтимал. Күпселек компанияларҙың алыҫ араға осҡан самолеттарының етешмәүе хәлде ҡатмарлаштыра. Мәскәүҙән тыш, был рейстар Ҡазан, Минеральные Воды, Екатеринбург һәм Новосибирск ҡалаларына башҡарыла. Әлегә «Аэрофлот» ҡына күберәк пассажирҙарҙы алып ҡайтырға мөмкин.

https://www.bashinform.ru/news/social/2026-03-04/ufimskie-turisty-ne-smogli-vyletet-iz-oae-4601624



Вернуться назад