Өфөнөң баш архитекторы үҙ теләге менән эштән киткән04.03.2026

Өфөнөң баш архитекторы үҙ теләге менән эштән киткән

Фото: телекомпания / «Вся Уфа»

Руслан Хәйруллин үҙ теләге менән Өфөнөң баш архитекторы вазифаһын ҡалдырҙы, тип хәбәр итә «Вся Уфа». Ул был вазифаға 2023 йылда тәғәйенләнгәйне.

Өфө хакимиәте башлығы Ратмир Мәүлиев белгестең ҡала мөхитен үҫтереүгә һәм мөһим проекттарҙы тормошҡа ашырыуға индергән өлөшөн билдәләп, Руслан Хәйруллинды һөнәрилекте һәм эшкә тоғролоҡто таныу билдәһе итеп «Күрһәткән хеҙмәттәре өсөн» миҙалы менән бүләкләне.

https://www.bashinform.ru/news/social/2026-03-03/glavnyy-arhitektor-ufy-uvolilsya-po-sobstvennomu-zhelaniyu-4600813



Вернуться назад