Ринат Рәхмәтуллин һөйгән йәре менән мөнәсәбәттәрен рәсмиләштергән04.03.2026

Ринат Рәхмәтуллин һөйгән йәре менән мөнәсәбәттәрен рәсмиләштергән

Фото: Ринат Рәхмәтуллин / социаль селтәрҙәр

Популяр йырсы Ринат Рәхмәтуллин ҡыуаныслы яңылығы менән уртаҡлашҡан. Ул һөйгән йәре Динараға өйләнгән. Улар араһындағы йәш айырмаһы - 29 йыл.

Улар 2023 йылда уртаҡ тормош юлын башлаған. Артистың хәләл ефете Динара блог алып бара.

Ул социаль селтәрҙә йырсының ижадын һөйөүселәрҙең ошо ваҡиғаны күптән көтөүе хаҡында яҙған. «Ниһайәт, хәҙер законлы ҡатыны. Күптәр быны көтә ине», – тип шатлығы менән бүлешкән йәш кәләш.

https://www.bashinform.ru/news/social/2026-03-03/pevets-rinat-rahmatullin-ofitsialno-zhenilsya-na-svoey-vozlyublennoy-4600886



Вернуться назад