Башҡортостан уҡытыусыһы – «Мөғжизәләр яланы» еңеүсеһе03.03.2026

Башҡортостан уҡытыусыһы – «Мөғжизәләр яланы» еңеүсеһе

Фото: 1-се Краснохолмский урта белем биреү мәктәбе / Вк

Ҡалтасы районынан Алёна Яныбаева Беренсе каналдың «Мөғжизәләр яланы» телешоуында еңеү яуланы. Популяр программала ул милли кейемдә сығыш яһаны, мари телендә таҡмаҡтар башҡарҙы.

Алёна Геннадьевна – тәжрибәле уҡытыусы, күп йылдар балаларға инглиз теленән белем бирә. 

«Яҡташыбыҙ миллионлаған тамашасының яратып ҡараған «Мөғжизәләр яланы» шоуында еңеүгә өлгәште, – тип хәбәр иттеләр 1-се Краснохолмский урта мәктәбенән. — Ул үҙенең белемен күрһәтеп кенә ҡалманы, ә харизмаһы менән тамашасыларҙың һәм алып барыусының йөрәген яуланы».

Тапшырыу эфирында Алёна Яныбаева мари телендә Ҡалтасы районы халҡынан сәләм еткерҙе һәм алып барыусынан үҙенең һүҙҙәрен ҡабатлауын һораны. Приз өсөн ноутбук һайланы, ә суперуйындан баш тартты. Яҡташыбыҙ менән тормош иптәше Сергей, ҡыҙҙары Дарья һәм Полина ла килгәйне. Улар алыштырғыһыҙ алып барыусы Леонид Якубович менән иҫтәлеккә фотоға ла төштө.

Алёна Геннадьевна район етәкселегенә һәм мәктәпкә сәфәрҙе ойоштороуҙа ярҙам күрһәткәндәре өсөн рәхмәт белдерҙе.

https://www.bashinform.ru/news/social/2026-03-03/uchitelnitsa-iz-bashkirii-vyigrala-v-pole-chudes-4599971



Вернуться назад