Башҡортостанда бензиндың хаҡы үҙгәргән03.03.2026

Башҡортостанда бензиндың хаҡы үҙгәргән

Фото: «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы / архив

«Башнефть-Розница» яғыулыҡ ҡойоу станцияларында яғыулыҡтың хаҡы үҙгәргән. 22 февралдә лә хаҡтың артыуы теркәлгәйне.  

«Заправки» ҡушымтаһы мәғлүмәттәре буйынса, бензиндың түбәндәге маркаларына хаҡ 30 тингә артҡан: АИ-92 — 60,85 һум, АИ-95 — 64,85 һум, АИ-92 ATUM — 62,20 һум, АИ-95 ATUM — 66,10 һум. АИ-100 иһә 50 тингә ҡиммәтләнгән — 87,15 һум.

«Лукойл» компанияһы АЗС-тарында ла яғыулыҡ ҡыйбат, тип хәбәр итә russiabase.ru сайты. АИ-92 бензины – 63,32 һум, АИ-95 – 68,09 һум, ә дизель яғыулығы 76,68 һум тора.

https://www.bashinform.ru/news/social/2026-03-03/v-bashkirii-na-azs-izmenilis-tseny-na-toplivo-4599532

Фото: «Заправки» / скриншот


Вернуться назад