Тыйыу пассажирҙар һәм йөк транспортына ҡағыла.

Һауа торошоноң боҙолоуына бәйле бөгөн иртәнге 10 тула 15 минутта Өфө – Бөрө – Яңауыл автомобиль юлында (Благовещен районында Николаевканан Яңауылға тиклем) пассажирҙар һәм йөк транспорты хәрәкәте ваҡытлыса сикләнде. Иртәнге 10-дан Архангел һәм Белорет райондарында Өфө – Инйәр – Белорет, Дүртөйлө һәм Краснокама райондарында Дүртөйлө – Нефтекама юлдарында сикләүҙәр ғәмәлдә. Был хаҡта республиканың Транспорт министрлығынан хәбәр иттеләр.
«Юл хәрәкәтендә ҡатнашыусыларҙан маршруттарҙы алдан билдәләүҙәрен һәм юл билдәләренең бөтә талаптарын үтәүҙәрен һорайбыҙ. Һауа шарттары яҡшырғансы юлға сыҡмаҫҡа кәңәш итәбеҙ», – тип иҫкәрттеләр Башҡортостанда республиканың дәүләт автоинспекцияһында.