Харис Йосопов иҫтәлегенә30.06.2012
8 июлдә Силәбенең Цвиллинг урамындағы 36-сы йортта Көньяҡ Уралда көрәш мәктәбенә нигеҙ һалған, СССР-ҙың һәм РСФСР-ҙың атҡаҙанған тренеры, Силәбе ҡалаһының почетлы гражданы Харис Монасип улы Йосоповҡа иҫтәлекле таҡтаташ асыла.

Сара билдәле спортсының улдары — Рәсәй Федерацияһының Дәүләт Думаһы депутаты, Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайының (конгресы) башҡарма комитеты рәйесе Марсель Йосопов һәм Бөтә Рәсәй Билбаулы көрәш федерацияһы президенты, Силәбенең “Башҡорттар ҡоролтайы” өлкә йәмәғәт ойошмаһы рәйесе Морис Йосоповтың башланғысы менән ойошторола.
Таҡтаташ Харис Йосопов 20 йыл йәшәгән йортҡа ҡуйыласаҡ. Сараға Силәбе өлкәһе губернаторы Михаил Юревичтың, өлкә Хөкүмәте һәм ҡала хакимиәте вәкилдәренең килеүе көтөлә.
М. ӘМИНЕВА.


Вернуться назад