Башҡортостанда яңы эш аҙнаһы өс көнлөк ял менән тамамлана02.03.2026

Башҡортостанда яңы эш аҙнаһы өс көнлөк ял менән тамамлана

Фото: автор / «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы

Яҙҙың тәүге эш аҙнаһы өс көнлөк ял менән тамамлана. Башҡортостанда йәшәүселәрҙе Халыҡ-ара ҡатын-ҡыҙҙар көнө уңайынан өҫтәмә ял көнө көтә.

Быйыл 8 март йәкшәмбегә тура килә. Рәсәй Федерацияһының Хеҙмәт кодексына ярашлы, байрам көнө ял көнөнә тура килгән осраҡта ул автоматик рәүештә киләһе эш көнөнә күсерелә. Шулай итеп, дүшәмбе, 9 март, ял көнө булып тора. 

Шул рәүешле 7, 8 март һәм 9 мартта өс көнлөк ял була. Шунан һуң рәсәйҙәрҙе дүрт көнлөк ҡыҫҡа эш аҙнаһы көтөлә (шишәмбенән йомаға тиклем).

6 март (йома) – ғәҙәти эш көнө. Байрам алды көнөндә эш ваҡыты бер сәғәткә ҡыҫҡартылмай, сөнки байрам үҙе ял көнөнә тура килә.

https://www.bashinform.ru/news/social/2026-03-02/novaya-rabochaya-nedelya-v-bashkirii-zavershitsya-trehdnevnymi-vyhodnymi-4597705



Вернуться назад