Башҡортостанда ишле ғаиләлә бишенсе бала тыуған27.02.2026

Башҡортостанда ишле ғаиләлә бишенсе бала тыуған

Фото: Владимир Спеле / ТГ-канал

Стәрлетамаҡ районында Регина һәм Дамир Манаевтар ғаиләһендә бишенсе бала донъяға килгән, тип ҡыуаныслы яңылығы менән уртаҡлашты республиканың Юстиция эштәре буйынса дәүләт комитеты рәйесе Владимир Спеле. Ҡыҙға Аиша тип исем ҡушҡандар. Был тормошто, шатлыҡ-ҡыуанысты һәм гармонияны символлаштыра. Әйткәндәй, ғаиләлә бер генә малай, ҡалғандары - ҡыҙҙар.

https://www.bashinform.ru/news/social/2026-02-27/v-mnogodetnoy-semie-iz-bashkirii-rodilsya-pyatyy-rebenok-4594811



Вернуться назад