Башҡортостан менән күрше төбәктәрҙә тәүге тапҡыр «Ракета хәүефе» режимы иғлан ителде27.02.2026

Башҡортостан менән күрше төбәктәрҙә тәүге тапҡыр «Ракета хәүефе» режимы иғлан ителде

Фото: Ксения Калинина / Башинформ

Рәсәйҙең Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығы бөгөн көндөҙгө сәғәт 1-се 6 минутта Татарстан халҡын ракета хәүефе режимы тураһында иҫкәртте. Хәбәр Рәсәй Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығының рәсми ҡушымтаһына килде. Ракета хәүефе янаған осраҡта үҙеңде БПЛА һөжүме ваҡытындағы кеүек тоторға кәрәк.

Шулай уҡ ҡайһы бер киң мәғлүмәт саралары бөгөн көндөҙ Һарытау һәм Пенза өлкәләрендә ошондай режимдың ғәмәлдә булыуы хаҡында хәбәр итә. Пенза һәм Һарытау аэропорттарында ваҡытлыса сикләүҙәр индерелгән.

https://www.bashinform.ru/news/social/2026-02-27/v-sosednem-s-bashkiriey-regione-vpervye-ob-yavili-rezhim-raketnaya-opasnost-4595864

Фото: Рәсәйҙең Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығы / ҡушымта


Вернуться назад