Башҡортостанда яҙҙың тәүге көндәренә һауа торошо билдәле булды27.02.2026

Башҡортостанда яҙҙың тәүге көндәренә һауа торошо билдәле булды

Фото: Валерий Шахов / «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы

Яҙҙың тәүге көндәрендә Башҡортостанда һауа торошо әллә ни үҙгәрмәй, тип фаразлайҙар Башгидрометүҙәктә.

Бөгөн, 27 февралдә, урыны менән бер аҙ ҡар яуыуы көтөлә. Ел көньяҡтан, көньяҡ-көнбайыштан талғын. Һауа температураһы көндөҙ -3, -8°.

Шәмбе, 28 февралдә, шулай уҡ бер аҙ ҡар яуыуы мөмкин. Ел көньяҡ-көнсығыштан, көньяҡ-көнбайыштан. Төндә -8, -13°, аяҙытҡанда -18°, көндөҙ һауа -4, -9° тиклем йылына.

Йәкшәмбе, 1 мартта, ҡар яуыуы, урыны менән боҙлауыҡ фаразлана. Ел көньяҡ-көнбайыштан, көнбайыштан талғын. Төндә -8, -13°, көндөҙ -3, -8° булыуы көтөлә.

https://www.bashinform.ru/news/social/2026-02-27/sinoptiki-rasskazali-o-pogode-v-nachale-vesny-v-bashkirii-4594794



Вернуться назад