Өфөнән Алтайға тура рейстар тергеҙелә26.02.2026

«Азимут» авиакомпанияһы 30 марттан Өфө – Таулы Алтай – Өфө маршруты буйынса тура даими рейстарҙы тергеҙә.

Фото: Ксения Калинина / «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы

Баш ҡала аэропортының матбуғат хеҙмәте хәбәр итеүенсә, рейстар аҙнаһына өс тапҡыр – дүшәмбе, кесе йома һәм йәкшәмбе көндәрендә 100 пассажирға иҫәпләнгән Superjet 100 самолеттарында башҡарыла.

Өфөнән осош – иртәнге 7 тула 20 минутта, ә Таулы Алтайҙан – көндөҙгө 1 тула 15 минутта. Һәр аэропортта осош  урындағы ваҡыт буйынса башҡарыла.

Юлға 3 сәғәт 5 минут ваҡыт китә.

https://www.bashinform.ru/news/social/2026-02-26/vozobnovlyayutsya-pryamye-reysy-iz-ufy-na-altay-4593409





Вернуться назад