Башҡортостан менән Силәбе өлкәһе араһында тура авиарейстарҙы тергеҙеү планлаштырыла

Башҡортостан менән Силәбе өлкәһе араһында тура авиарейстарҙы тергеҙеү планлаштырыла. Радий Хәбиров Силәбе өлкәһе рәсми делегацияһының республикабыҙға сәфәре барышында ошо турала белдерҙе. Авиабәйләнеш туризмды үҫтереүгә булышлыҡ итәсәк.
Был проектҡа яңы импульс биреү мөһим, сөнки Силәбе өлкәһе иҡтисады йылдам үҫешә, тип билдәләне ул. Ике төбәк үҙҙәренең уңышлы тәжрибәләре менән уртаҡлашасаҡ. Хеҙмәттәшлек тураһында ике яҡлы килешеү төҙөләсәк. Төбәктәрҙә ышаныслы партнер булырға ярҙам итерҙәй, шул иҫәптән импортты алмаштырыу һәм илдең технологик суверенитетын нығытыу мәсьәләләрен хәл итерҙәй иҡтисад тармаҡтары күп.
Силәбе өлкәһе губернаторы Алексей Текслер һүҙҙәренсә, Башҡортостанға сәфәр һәр төбәктә булған файҙалы тәжрибәләрҙе отоп алырға мөмкинлек бирәсәк.
Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, кисә Өфөгә Силәбе өлкәһенең Алексей Текслер етәкселегендәге рәсми делегацияһы килде.